+22 °С
Облачно
События и факты
20 Октября 2021, 09:06

Башҡортостан үҫмерҙәре театрға бушлай йөрөй ала

Музейға йәки театрға билет хаҡын улар "Пушкин картаһы" аша түләй ала.

1 сентябрҙән 14-22 йәшлек рәсәйҙәр дәүләт мәҙәниәт учреждениеларына билеттар һатып алыуға аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн уларға Дәүләт хеҙмәттәре порталында "Пушкин картаһы" н рәсмиләштерергә кәрәк. Уның балансында өс мең һум буласаҡ. Шуны билдәләп үтәйек: Карта балансын тулыландырыу, шулай уҡ уның менән аҡса алып булмай – аҡса мәҙәни урындарға барыу өсөн генә тәғәйенләнгән. Киләһе сентябрҙә карта йәнә аҡса менән тулыланасаҡ. Бер юлы биш мең һум өҫтәлер тип күҙаллана. "Пушкин картаһы" буйынса инеп булған урындарҙың исемлеге менән культура.рф сайтында танышырға мөмкин

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас