+22 °С
Облачно
События и факты
29 Сентября 2021, 12:36

Аҡланда матур тарих яҙылды

Ямаҡай ауыл Советында бәләкәй генә Баш Тирмә ауылы бар. Ул иҫкиткес матур урында, тыныс тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан һәм, әйтерһең дә, сит күҙҙәрҙән йәшеренеп ултыра. Ни бары бер урам, унлап йорт, ә ауылда йәшәүселәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ауылда бер ниндәй ҙә цивилизация уңайлыҡтары ла, клуб, магазин да юҡ.

Ситтән килеүселәрҙе бирелә шунда уҡ күреп алалар, ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршылайҙар. Ошо көндәрҙә Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге Ямаҡай ауыл клубы менән берлектә Баш Тирмәлә йәшәүселәр өсөн район шағирҙары менән осрашыу ойошторҙо. Ауыл халҡы өсөн был ҙур байрамға әйләнде.

Үҙенсәлекле шағирҙар һәм үҙэшсән сәнғәт артистары ауылда йәшәүселәр саранан ҡәнәғәт ҡалһын тип тырышты. Йыйылыусыларға үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр ҡәләм оҫталары. Флүр Абдраҡиповтың Баш Тирмәгә бағышлаған шиғырын айырыуса йылы ҡабул иттеләр. Ә Рәхимә Ямалетдинова, Айһылыу Ҡарасурина башҡарыуындағы йырҙар, Ҡәҙриә Ибраһимованың дәртле бейеүҙәре, Хәлим Юнысовтың моңло баян көйҙәре сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе. Үҙ сиратында, ауылда йәшәүселәрҙән Шамил ағай Рәжәпов Баш Тирмәлеләр, уларҙың тормошо тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, мәрхүмдүрҙе иҫкә алды.

Ә Фәниә Хөрмәт ҡыҙы Ибраһимова ҡунаҡтарға һәм ауылдаштарына үҙенең ҡайнатаһы Кинйәбулат Абдрахман улы Ибраһимовтың Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр менән осрашыуы тураһында бәйән итте. Һүҙ уңайында, был осрашыу тураһында материалдар яҙыусының “Исемдәрҙә-ил тарихы” китабында баҫылған, унда беҙҙең яҡ тарихы тураһында телгә алына.

Осрашыу ахырында Баш Тирмәлеләр байрамды ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп туйманылар. Инде күптәнән ауылда шундай сараалар ойошторолған булмаған. Сөнки кешегә йән аҙығы ла мөһим бит. Үҙеңде көндәлек эш-мәшәҡәттәрҙән ял иттереү, таныштар-дуҫтар менән осрашып һөйләшеп ултырыу өсөн нәҡ менә шундай саралар, байрамдар кәрәк. Бынан һуң тормош яңы буяуҙар менән балҡып киткәндәй була, һәм төпкөлдә йәшәүеңә ҡарамаҫтан, райондың бер өлөшө булыуҙы тойоуҙан күңел шатлыҡ менән тула.

Айһылыу Хсәнова.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас