79 йәшлек ҡатын урамға йүгергеп сыҡҡан һәм эттәрҙе ҡыуып сығарырға маташҡан. Агрессив хайуандар бер этте яралағас ҡына сигенгәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы ҡыуғас, пенсионер 12 тауыҡтың һигеҙе һәләк булыуын асыҡлаған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, эттәрҙең йорт ҡоштарына һөжүм итеүҙең тәүге осрағы түгел. Хатта кәзәләргә лә һөжүм иткәндәр. Районда айына хужаһыҙ һәм йорт эттәре тешләү тураһында уртаса унға яҡын ғариза теркәлә.