+12 °С
Ясно
События и факты
28 Сентября 2021, 10:39

Туймазы районының суд приставы хөкөм ителә

Ҡатын үҙенең коллегаларынан аҡса алған.

Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек идаралығы оперативниктары Туймазы район-ара суд приставтары бүлегенең 40 йәшлек начальнигын ҡулға алды. Уны алдауҙа ғәйепләйҙәр, тип хәбәр итә "Молодежная газета". Ҡатын үҙенең коллегаларынан аҡса урлаған, тип билдәле булды. Ул уларҙың премия түләүҙәренең бер өлөшөн талап иткән. Алмашҡа етәксе яҡлау вәғәҙә иткән. Шулай итеп ул һәр хеҙмәткәрән 55 мең һум аҡса алған. Ләкин ҡатын аҡсаны йыйып өлгөрмәгән - уны тотҡандар. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙ ғәйебен таныманы. Хәҙер уға миллион һумға тиклем штраф йәки холоҡ төҙәтеү эштәре янай.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас