+17 °С
Облачно
События и факты
27 Сентября 2021, 10:43

Элвин Грей үҙенең туй сәйәхәтенән кадрҙар менән уртаҡлашты

Музыкант ҡатыны менән бергә Анталияның иҫтәлекле урындарында булды.

Радик Юлъяҡшин Төркиәлә ял итте. Артист һүҙҙәренсә, тәүге бер нисә көн буйына улар Инзилә менән туй мәшәҡәттәренән һуң ял иттеләр. Һуңынан әүҙем сәйәхәт итә башлағандар. Мәҫәлән, танылған йырсы тауҙарҙа булды һәм, әлбиттә,  интернет селтәрендә  матур фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, Радик оҙаҡ ял итергә планлаштырмаған. Ул өйөнә ҡайтҡан һәм эшкә тотонған да инде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас