+18 °С
Ясно
События и факты
24 Сентября 2021, 10:44

Туймазы районында иҫәп алыусылар династияһы бар

Быйыл октябрҙә 12-се Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана

Халыҡ иҫәбен алыусылар роленә кандидаттар һайлап алынған һәм яҡын арала улар өс көнлөк уҡыу үтәсәк. Улар иҫәбендә - Серафимовка мәктәбенең уҡытыусыһы Эльвира Ибраһимова.

Беҙҙең әңгәмәсенең әсәһе Гөлгөнә Ибраһимова бер юлы дүрт иҫәп алыу кампанияһы ҡатнашыусыһы булыуы асыҡланды - 1970, 1979, 1989 һәм 2002 йылдарҙа!

- 2010 йылда иҫәп алыусы эшенә ҡыҙым да ҡушылды. Элек беҙгә блокнот менән сумка, фонарик, танытма һәм ҡәләм бирәләр ине. Ә хәҙер ҡыҙымда заманса экипировка, хатта планшеттар ҙа бар, -  ти Гөлгөнә Ибраһимова.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас