+20 °С
Дождь
События и факты
22 Сентября 2021, 07:59

Һауанан төшкән ярҙам. Санитар авиация табиптары Туймазыға килде

Кисә Туймазы үҙәк район дауаханаһына Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре бригадаһы килде.

Кисә Туймазы үҙәк район дауаханаһына Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре бригадаһы килде. Врачтарҙы республика санитар авиация хеҙмәткәрҙәре алып килде. Врачтар яңы тыуған балаға диагностика ярҙамы күрһәтеү өсөн саҡырылды. Ләкин баланың хәленә ҡарап, врачтар медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн пациентты Өфөгә алып китте.

Был турала мәғлүмәтте Туймазы үҙәк дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин бирҙе.

-      Санитар авиацияның эше айырыуса ашығыс һәм ауыр осраҡтар хаҡында һүҙ барғанда һөҙөмтәле һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеүҙә беҙҙең мөмкинлектәребеҙҙе киңәйтә. Республика санавиация хеҙмәте һәр ваҡыт килеп тыуған проблемаларҙы оператив һәм юғары кимәлдә хәл итә, - тип билдәләне ул.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас