+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
14 Сентябрь 2021, 15:17

Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы Туймазы ғаиләләренең проблемаһын шәхси контролгә алды

Енәйәт эше барышы тураһында уға Башҡортостан Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе генерал-лейтенант Денис Чернятьев хәбәр итәсәк.

Рәсәй тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин ҡушыуы буйынса, һуңғы ваҡытта балалар зыян күргән һөҙөмтәлә енәйәт эше асылыу осраҡтары тураһында рапорт бирергә кәрәк. Башҡортостан Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығы етәксеһе генерал-лейтенант Денис Чернятьевҡа Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләләрҙең хоҡуҡтарын боҙоу тураһындағы эштәр буйынса отчет бирергә кәрәк.

 

Бастрыкин әйтеүенсә, бөтә балалар менән бәйле эштәр айырым контролдә тотолорға тейеш.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, туймазы ғаиләләренә төҙөкләнделемәгән торлаҡ биреү тураһындағы эштәр тикшереү комитетына тапшырылған.

 

Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер республика киң мәғлүмәт сараларының хәбәрҙәре буйынса, ғаиләләр аслыҡ иғлан иткән.

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: