+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
14 Сентябрь 2021, 17:00

Ижадта үтә ғүмер

...Байыҡ... Милли башҡорт бейеүе. Башҡортостанда  нисәмә йыл рәттән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы бара. Ошо тапшырыуҙы ҡараһам һәр саҡ минең күҙ алдыма ҡара эшләпә һәм күн куртка кейгән йәш, дәрте ташып торған башҡорт егете күҙ алдына баҫа. Бынан байтаҡ йылдар ул “Замана Байығы” тигән бейеүҙе тамашасы хөкөмөнә сығарғайны. Шул егет, ир уҙаманы бөгөн Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссеры Илнур Биктимер улы Муллабаев. Әллә ҡасандан уның менән танышып һөйләшеү теләге менән яна инем. Беҙҙең театрға килеп эш башлауына шул тиклем һөйөндөм, сөнки, ниһайәт, талантлы сәнғәт эшмәкәрҙәре ғаиләһендә тыуған, ипле, өлгөлө ғаилә башлығы менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Бөгөн һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәм.

...Байыҡ... Милли башҡорт бейеүе. Башҡортостанда  нисәмә йыл рәттән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы бара. Ошо тапшырыуҙы ҡараһам һәр саҡ минең күҙ алдыма ҡара эшләпә һәм күн куртка кейгән йәш, дәрте ташып торған башҡорт егете күҙ алдына баҫа. Бынан байтаҡ йылдар ул “Замана Байығы” тигән бейеүҙе тамашасы хөкөмөнә сығарғайны. Шул егет, ир уҙаманы бөгөн Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссеры Илнур Биктимер улы Муллабаев. Әллә ҡасандан уның менән танышып һөйләшеү теләге менән яна инем. Беҙҙең театрға килеп эш башлауына шул тиклем һөйөндөм, сөнки, ниһайәт, талантлы сәнғәт эшмәкәрҙәре ғаиләһендә тыуған, ипле, өлгөлө ғаилә башлығы менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Бөгөн һеҙгә уның менән әңгәмә тәҡдим итәм.

Илнур Биктимер улының тамырҙары  Дим буйынан башлана. Ата-әсәһе күренекле сәнғәт әһелдәре. Талантлы театр актеры Биктимер Ғәлләм улы һәм әсәһе, бәрхәт тауышлы йырсы, уҡытыусы Ләлә Зөфәр ҡыҙы Муллабаевтар Дәүләкән районынан. “Үҙемде мең ырыуы башҡорто икән тип йөрөһәм, Юлай ағай  Ғәйнетдинов, һин, ҡустым, бөрйән ырыуы егетеһең, тип аптыратып ҡуйҙы әле, ти Илнур Биктимер улы йылмайып. Әммә тап Дим буйынан икәненә ғорурлығын йәшермәй. Өфөлә тыуһа ла, йәйҙәрен бала сағы ауылда, нәнәйҙәрендә үтә. “Матур булып иҫемдә ҡалды бала сағым. Мул йәшәне нәнәйем менән ҡартатайым. Ул тирә-йүнгә беренсе шофер ине. Ихатала ике мунса тора торғайны – береһе аҡ, береһе ҡара, һайлап яғып ин. 5 һыйырҙары, кәртә тулы ҡош-ҡорт булды. Ауылда эшкә өйрәнеп үҫтем, утынын да бысып-ярҙым, әммә иң яратҡаным – бесән сабыу. Эх, бөгөн рәхәтләнеп, ҡолас сабып бер бесән сапһаң ине ул!  Тамырҙарымды тикшерәһе бар әле, шәжәрәмде өйрәнеү теләге ҙур. Әйтеүҙәренсә, тамырҙарым кенәздәр тоҡомона барып тоташа икән”,- ти Илнур.

Атаһы Биктимер ағай улының үҫкәс театр юлынан китеүен теләмәй. Әммә башҡорт телен белеп үҫһен тип, Ләлә апайға васыят итеп әйтеп ҡалдыра, улымды башҡорт мәктәбенә бир, ти. Өфөнөң 1-се һанлы мәктәп-интернатына 5-се класҡа ғына алалар. Шуға тиклем  35-се мәктәптә русса уҡып тора. Унда уҡыуына үкенмәй Илнур, медицина профилле ине, көслө уҡытыусылар уҡытты. Өфө егете булһам да  интернатта ятып уҡыным. Ҡыҙыҡ, күңелле ине. Эшкә өйрәнеп үҫтек. Һәр кластың ишек алдында үҙенең майҙансығы була торғайны, шуны һеперә, тәртиптә тота инек. Бүлмә йыйыштырыу кеүек эштәрҙе ярышып башҡара инек. Интернатта бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбле бейеүсеһе өйрәтә ине тип хәтерләй  геройым үҫмер йылдарын. “Атайым сәнғәт юлынан китеүемә ҡырҡа ҡаршы булды. Ҡаты ауырып иртә китте, мәрхүм. Талантлы актер ине.М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акамедия театрында эшләне. Һәр кемгә асыҡ, ярҙамсыл, мәрхәмәтле булды, уйнаған бихисап яҡшы ролдәре иҫтәлек булып ҡына ҡалды. Әсәйем Ләлә Зөфәр ҡыҙы иҫ киткес сағыу, бәрхәт тауышлы йырсы ине. Бөгөнгө күп кенә билдәле йырсыларҙы уҡытып сығарған кеше ул. Сәнғәт институтының  йыр бүлегендә уҡытты. Шулай уҡ халыҡ уның башҡарыуындағы яҙмаларҙы яратып ҡарай, тыңлай. Бик күп билдәле, үлемһеҙ йырҙарҙы ижад итеп, тамашасы күңеленә еткергән яҡты шәхес ул.

“Тыныс бала булдым. Үҙ алдыма сәғәттәр буйы ултырып уйнай инем. Бигерәк тә конструкторҙар йыйырға яраттым. Донъямды онота инем уларҙы йыйғанда. Мәктәпте тамамлағас күп кенә ергә уҡырға инергә мөмкинлек булды – БДУ, БДПУ-ға. Әммә билдәле сәнғәт әһеле, күп кенә арҙаҡлы театр шәхестәре әҙерләп сығарған Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова мине сәнғәт институтының театр факультетына инергә көсләне”,-ти геройым. Илнур уны тыңлап уҡырға инә һәм 3-сө курстан “Нур” татар дәүләт драма театрында эш башлай. Конструкторҙар йыйыуымды бөгөн режиссура менән тиңләйем. Нисектер улар араһында күҙгә күренмәгән бәйләнеш бар һымаҡ,-ти Илнур йылмайып.

Эшләп тә, уҡып та йөрөгән егәрле, талантлы егетте Мәскәүгә уҡырға ебәрәләр. Республиканан 7 егет – Айрат  Әбүшахманов, Рөстәм Хәкимов, Илдар Вәлиевтар менән Мәскәү әһелдәренән белем эстәп, Америкала практика үтеп ҡайта егет. Сибай театрында И.Йомағоловтың әкиәте буйынса диплом алды спектаклен ҡуя. Ә Милли йәштәр театрында диплом эшен сығарғас уны шул  театрҙа эшкә ҡалдыралар. “Мәскәүгә эшкә саҡырғайнылар, әммә тыуған еремде, гүзәл Башҡортостанымды ташлап китәһем килмәне, бында ҡалдым,”- ти тыйнаҡ йылмайып егет. Азат Нәҙерғолов менән бергә эшләй.

-  Бөгөн матур ғаилә башлығы, 4 балаға атайһың. Ә Йылайыр районында тыуып үҫкән Мәҙинә исемле һылыуҡай менән ҡайҙа таныштың тиеүемә, икеһе лә серле йылмайып, эштә, театрҙа тине. Эйе, ысынлап та, уларҙың һөйөү осҡоно театрҙа ҡабына. Театр белгесе һөнәрен алып эшкә килгән йәш Мәҙинәгә Илнурҙан интервью алырға кәрәк була. Осрашып, һөйләшеп, дуҫлашып китәләр. Һәм бөгөн улар Ильяс, Илһам, Ибраһим һәм Мәрйәм исемле ғәләмәт матур балаларға ғүмер бүләк иткән, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған атай менән әсәй! Балаларығыҙҙың исемдәре шул тиклем матур, кем ҡушты тиеүемә геройҙарым икеһе лә ғорурланып, инәйем һәм ҡәйнәм тине. Эйе, Ләлә апай тәүге ике ейәнен күреү бәхетенә ирешә. Матур исемдәр ҡуша, уларҙы тәрбиәләшә. Әммә аяуһыҙ сир, уны беҙҙең аранан, балаларынан айырып иртә алып китә. Ләлә апайҙың берҙән-бер улы Илнур ҙа, килене Мәҙинә лә ҡәҙерле кешеләрен – Биктимер ағай менән Ләлә апайҙы шул тиклем йылы тәьҫораттар менән иҫкә ала, һағыныуҙары үҙәкте өҙә. Әммә хәтер мәңгелек, Биктимер ағайҙың, Ләлә апайҙың матур дауамы булып улы, ейәндәре, ейәнсәре үҫеп килә, шөкөр. Уларҙың фотоһүрәттәре ҡул аҫтында тора, һағынғанда йырҙарын тыңлайҙар.

Туймазы театры гөрләй бөгөн. Эйе, гөрләй, уңды режиссерҙан театрыбыҙ. Ысын мәғәнәһендә аҫыл әҫәрҙәр сығарыла тамашасы хөкөмөнә. “Тик һуңғы арала бынауы сир генә бер аҙ ҡамасаулай. Әммә уның бер-ике айға халыҡты өйҙәренә “бикләп ҡуйыуы”  асылығыҙға ҡайтығыҙ, Кешем тигән кеүек булды, уйландырҙы. Быға тиклем тирә-яҡҡа ҡарамай саптыҡ, күҙгә аү-ҡара күренмәне. Хәҙер ғаиләгә, бер-беребеҙгә, балаларға  яҡынайҙыҡ. Тормошҡа  икенсерәк ҡарай башлаған кеүекбеҙ ти, геройҙарым.

Пандемия булһа ла тормош ҡайнай, йәшәү дауам итә. Уны Сибай, Салауат ҡала театрҙарына ла спектакль ҡуйырға саҡыралар икән. Өфөлә тыуып-үҫеп, ҙур баш ҡаланан бәләкәй ҡалаға эшкә килеү, йәшәү урынын алыштырыу ҡыйын булманымы тигән  һорауыма Илнур, юҡ, киреһенсә, бында, Туймазыла миңә оҡшай. Ҡала бәләкәй, тыныс, халҡы эшһөйәр, яғымлы. Театрҙа берҙәм, талантлы актерҙар эшләй. Ә иң мөһиме, миңә, режиссер күҙлегенән ҡарағанда шул күренә, тамашасы алсаҡ, миһырбанлы, дәррәү! Рәхмәт, тамашасыларыма!

“Туймазыла спорт ныҡ үҫешкән. Өфөлә балаларҙы төрлө түңәрәктәргә йөрөтөү ауыр булһа, бында иһә ҡала бәләкәй булғас, һәр ойошма яҡын урынлашҡан. Балаларыбыҙ спорт менән шөғөлләнә. Уларҙы төрлө йүнәлештә тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бергәләп тәбиғәткә сығабыҙ, өйҙә ашарға ла бергәләп бешерәбеҙ, хатта ял көндәрендә лә уйнай-уйнай тиҙ генә өйҙә лә йыйыштырып алабыҙ. Кәңәшләшеп,алдан уйлап, әҙерләнеп ғаилә менән фильмдар ҡарайбыҙ,аҙаҡ  фекер алышабыҙ. Китап уҡырға ярата балаларым. Китапханаларға йөрөйбөҙ. Бына ошондай шөғөлдәр күңелде яҡыайта, берләштерә. Уйын аша балаларҙы тәрбиәләгәндә улар эшкә тиҙ ылыға, яңылыҡты үҙләштерә, бер-береһенә ярҙамсыл булып үҫә”,- ти Мәҙинә Дамир ҡыҙы балалары хаҡында. Әйткәндәй, ул да сәнғәт кешеһе, “Родина” мәҙәниәт йортонда режиссер булып эшләй.

-  Пандемия тип театр туҡтап ҡалдымы әллә? Тамашалар ҡуйылмаймы? Киләсәккә пландарығыҙ, ниндәй хыялдар менән янаһығыҙ, тигән һорауыма Илнур Биктимер улы бер аҙ уйланып былай тине: - Пландар, хыялдар бар. Яңы премьера әҙерләйбеҙ. Драматург Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығына әҙерләнәбеҙ. Әлбиттә, был сир, ковид халыҡты бер аҙ ҡаҡшатты. Уларҙы ошо  трагедиянан сығарыу ниәтенән күңеллерәк, халыҡ, тамашасы күңелен ял иттерерлек комедия, лирика кеүек тамашалар әҙерләү ниәте бар.Алла бирһа, һаулыҡ булһа, тыныслыҡ булһа, барыһы ла булыр. Ошо афәтте генә бергәләп, дәррәү еңеү мөһим, тип киләсәккә тулы ышаныс менән тамамланы һүҙен  Башҡортостандың атҡаҙанған Мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Биктимер улы Муллабаев.

Эйе, бөтә Ер шарына ябырылған афәт һәр кем күңеленә юйылмаҫлыҡ яра, ҡурҡыу һалды. Әммә тормош дауам итә. Нисек кенә булмаһын, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ өсөн яуаплы булып, уларҙы һаҡлап артабан йәшәү өсөн көс табырға тейешбеҙ. Киләсәк бит беҙҙең ҡулда!

Бик матур ғаилә менән таныштым. Уларҙан нур, илһам, мөхәббәт,  киләсәккә ышаныс ташып, урғылып тора. Хөрмәтле Илнур Биктимер улы, Мәҙинә Дамир ҡыҙы, ҡорған донъяғыҙҙа тапҡан балаларығыҙҙы бергә, татыу үҫтереп, атай-әсәйегеҙ, үҙегеҙ кеүек илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр итеп аяҡҡа баҫтырырға яҙһын! Һеҙгә артабан ижад ҡомары, именлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

 

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: