-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
11 Сентябрь 2021, 12:00

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов ревакцинация үтеүе тураһында һөйләне

Ул күп кеше менән осраша, шуға һаулығын мотлаҡ күҙәтергә тейеш, тип хәбәр итте.

Ул күп кеше менән осраша, шуға һаулығын мотлаҡ күҙәтергә тейеш, тип хәбәр итте. Ошо йылдың яҙында муниципалитет башлығы коронавирустан тәүге прививканы эшләгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәре буйынса, пандемия ваҡытында ярты йылға бер тапҡыр ҡабаттан вакцинация үтергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 сентябрҙә Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы ревакцинацияланған. Республикала COVID-19 менән бәйле хәл ҡатмарлы. Кисә Башҡортостан Башлығы халыҡ өсөн яңы сикләүҙәр индерҙе. Шулай итеп, яңы редакцияға ярашлы, төнгө клубтарға һәм ябыҡ биналарҙа спорт сараларына барыр өсөн, вакцинация тураһында белешмә йәки ПЦР-тест һөҙөмтә булыуы йәки һуңғы ярты йылда коронавирус менән ауырыу тураһында справка кәрәк буласаҡ. Ә музейҙарға, китапханаларға һәм күргәҙмәләргә хәҙер вакцинациялау тураһында белешмәһеҙ йөрөргә мөмкин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: