+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
17 Август 2021, 16:40

Йомаҙыбаш ауылының 45 кешеһе «Һуғыш балалары» таныҡлығына эйә булды

"Һуғыш балалары" тигәндә, мин Зөһрә Ҡотлоғилдинаның "Һуғыш балалары – һуғыш яралары" тигән китабын иҫкә алам. Шул тиклем тетрәндергес китап... Күпме бала, ил, ауыл яҙмышы...  Ысынлап та, һуғыш балаларының бала сағын ҡәһәрле һуғыш урлаған.

"Һуғыш балалары" тигәндә, мин Зөһрә Ҡотлоғилдинаның "Һуғыш балалары – һуғыш яралары" тигән китабын иҫкә алам. Шул тиклем тетрәндергес китап... Күпме бала, ил, ауыл яҙмышы...  Ысынлап та, һуғыш балаларының бала сағын ҡәһәрле һуғыш урлаған. Әгәр бөгөнгө көндә иҫәндәренең хәтирәләренән сығып, яңынан тергеҙеп яҙһаң, том-том китап йылъяҙмаларын яҙырға булыр ине...

Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған балалар хәҙер һикһән-туҡһан йәшкә еткән. Тик уларҙың сафтары ғына йылдан-йыл һирәгәйә бара...

Бөгөн дә һынатмай тыл ветерандары. Баштары ниҙәр генә күрмәгән әбей-бабайҙар әле булһа тынғы белмәй, күптәре, йәштәргә өлгө булып, бик матур донъя көтә.

Беҙҙең Йомаҙыбаш ауылы мәҙәни-әт йортонда "Һуғыш осоро балаларына" ингән сал сәсле, яҡты сырайлы, оло хөрмәткә лайыҡ тыл ветерандары – һуғыш осоро балаларына танытмалар тапшырыу сараһы үтте.

Әлеге мөһим документты Салмалы ауыл Совет ауыл биләмәһе башлығы Ирнист Ғилемхан улы Мөхәмәтов, эштәр идарасыһы Н. Сабирова тапшырҙы. Бөгөн Салмалы ауыл биләмәһендә һуғыш йылдары балалары быуынына ҡараған 97 кеше йәшәй, уларҙың 45-е Йомаҙыбаш ауылынан. Сара матур йырҙар менән үрелеп барҙы.

Һуғыш йылы балалары,

Йәшәгеҙ һеҙ йөҙгәсә!

Һығылыптар төшмәнегеҙ

Ҡайғы, һынау, хәсрәткә.

Лайыҡлы һеҙ хөрмәткә!

Л. ФӘХРЕТДИНОВА,

Йомаҙыбаш ауылы китапханаһы китапханасыһы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: