Уҡыу йылы артта ҡалды. Балалар сәнғәт мәктәбенең сәнғәт бүлеге уҡыусылары өсөн ул һөҙөмтәле, уңышлы һәм ижади булды. Төп программаны өйрәнеүҙән тыш, балалар рәсем сәнғәтенең күп кенә халыҡ-ара, төбәк-ара һәм район конкурстарында ҡатнашты, был хаҡта район гәзите сәхифәләрендә һәм беҙҙең сайтта бер нисә тапҡыр бәйән иттек инде.«Юҡҡа сыҡҡан цивилизациялар серҙәре» темаһына «Илһам фә-рештәһе» халыҡ-ара конкурсының IV туры айырыуса уңышлы булды. Камилә Шәрифуллина менән Эвелина Платицина – икенсе дәрәжә лауреаттары, Карина Шәрәфлисламова менән Аэлита Сиражева өсөнсө дәрәжә лауреаты булды.
Англияла уҙған Халыҡ-ара «Таланттарҙың алтын ваҡыты» конкурсы Лондонда тамамланды. Беҙҙең уҡыусыбыҙ Камилә Шәрифуллина, 100 баллдан 94 балл йыйып, беренсе урын яуланы. Уның эше «Ташлама мине, диңгеҙ! Мин, әлбиттә, яҙырмын һиңә йөҙ төнгө ҡалалар аша», – тип атала. Эш акрил техникаһы менән башҡарылған. Уның рәсемдәре үҙенсәлеге һәм ихласлығы менән айырылып тора, шуға күрә жюри уның хеҙмәтен юғары баһаланы.
Ҙур уңыштар һеҙгә, йәш рәс-самдар!
Резидә Шафиҡова, балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.