Ғаилә башлығы Миңнебаев Рәйес Фазлыәхмәт улы Кләт-Аяҡ ауылында тыуып үҫкән. Рәйес Фазлыәхмәт улы 1964 йылдың октябрь айында Бәләбәй районы Приют ҡасабаһынан әрме сафына хеҙмәт итергә китә. Ул Керчь ҡалаһына барып эләгә. Хеҙмәт итеү осоронда ул старшина дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, Рәйес ағай Өфө ҡалаһында физкультура техникумында уҡый, 1968 йылдың сентябренән Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылында хеҙмәт юлын башлай.
Уның тормош иптәше – Ҡаңны-Төркәй ауылы ҡыҙы Мөнирә Ғәббәс ҡыҙы 40 йылдан ашыу мәктәптә химия, биология уҡыта, бөгөн хаҡлы ялда. Ошо дәүерҙә «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында, уҡы-тыусылар коллективы менән ойош-торолған төрлө концерттарҙа, спек-
таклдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Уҡыу-сылары менән район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа юғары күрһәткестәргә ирешә.
Улар 53 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлынан атлап килә. Дүрт ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, барыһы ла юғары белем алып үҙ тормоштарын ата-әсәләре үрнәгендә ҡорғандар. Бөгөнгө көндә Миңнебаевтар ғаиләһе ихата тултырып мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуына тәмле аштар бешереп тора.
“Улар – ауылдың хөрмәткә лайыҡлы кешеләре, беҙ быны беләбеҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ,” – тине улар тураһында Ҡаңны-Төркәй ауылы ағинәйе Рәйсә Харис ҡыҙы Яҡупова.
– Донъя булғас, төрлө хәлдәр булырға мөмкин. Иң мөһиме – сабырлыҡ һаҡлау һәм ҡыҙған килеш бер-береңә йәмһеҙ һүҙҙәр әйтеп ташламау. Беҙ, Аллаға шөкөр, татыу йәшәйбеҙ. Икәү булғанда тормош ауырлыҡтарын кисереүе лә еңелерәк бит, бергәләп шатланыуы ла рәхәт, – тине Мөнирә Ғәббәс ҡыҙы.
Әлеге нәҫелдең уҡымышлы-зыялы булыуын, зирәклеген Ҡаңны – Төркәй ауылында ғына түгел, башҡа ауыл кешеләре лә белә. Рәйес ағай барлыҡ дини йолаларҙы, шәриғәт ҡанундарын яҡшы белә. Ауылда бик күп йәштәрҙе ҡауыштырыусы, никах мәжлестәрен үткәреүсе, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыусы ла ул
– Мин бәләкәй сағымдан уҡ үҙебеҙҙең ауылдың ғөрөф-ғәҙҙәттәрен күреп-белеп үҫтем, байтаҡ сүрәләр ятланым. Атайым ғәрәп телен бик якшы белә ине. Ул ауылда никах уҡыған ваҡыттарҙа эйәреп барған саҡтарым да була торғайны, – тип һөйләне Рәйес ағай әңгәмә барышында.
Ҡаңны-Төркәй китапханаһы ла был көндө килгән ҡунаҡтарына шатлана кеүек тойолдо миңә. Үҙҙәренең тормош рәүеше менән балаларына ла, тыуған ауылдарының йәш ғаиләләренә лә матур өлгө күрһәткән ғаилә менән һоҡланмау мөмкин түгел.
– Ғүмәр Әбделмәнов башҡарыуында “Имәндәр шаулай” йыры беҙҙең тормошобоҙҙо сағылдырған һымаҡ. Алтын көҙ көнөндә, ултырттыҡ беҙ йәп-йәш имәндәр. Ғүмер матур үтә, урман шаулап үҫә, йәшлек дауам итә, тиербеҙ... – тине Мөнирә апай, әңгәмәбеҙ аҙағында.
Зөһрә МиңғӘлимова.