+20 °С
Облачно
События и факты
11 Августа 2021, 05:19

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Һуғыш... Был һүҙҙәрҙә күпме михнәт, күпме күҙ йәше.

Һуғыш... Был һүҙҙәрҙә күпме михнәт, күпме күҙ йәше. Һуғыш – ул афәт, үлем, ысынға ашмаған хыялдар, емерелгән яҙмыштар, етем балалар, әсәләрҙең күҙ йәше. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында беҙ тарих китаптарынан уҡып, кинофильмдар ҡарап ҡына беләбеҙ. Был һуғыш – тыуған ер, халыҡтар азатлығы, ғәзиз Ватан өсөн барған изге һуғыш.


Һуғыш ҡыҙғаныуҙы белмәй, һуғыш – яуыз көс. Һуғыштың бөтөн әсеһен татыған алдағы яҙмыш – әсәйем яҙмышы.

“Мин атайһыҙ үҫкән бала,

Уны һуғыш тартып алды.”

Әсәйем әкрен генә һөйләй ҙә һөйләй. Ә минең күҙҙәремдә йәш бөртөктәре.

Тыуған илем, балаларым тиеп,

Ҡартатайым ҡалған һуғышта.

6 йәшлек булып ҡалған әсәйем,

Көтә уны... һаман да көтә...

“Ҡайтып инер”, – тиеп көтә һаман

Асыҡ ҡалған ҡапҡанан...

Асып ҡуя ХӘТЕР ҡапҡаларын

80 йылдан артыҡ үтһә лә....

Беҙҙең хәтер – асыҡ ҡапҡа ул, беҙҙең яҡындарыбыҙҙы юғалтыуҙан әрнегән күңелебеҙ. Был ҡапҡаны ябырға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ, күгебеҙ аяҙ, тормошобоҙ матур булһын өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең яҡты иҫтәлеген быуындан-быуынға тапшырып, барлап торорға тейешбеҙ.

Бөгөн күгебеҙ аяҙ, илдә тыныслыҡ, мул тормош булһын өсөн, һәр беребеҙ көсөбөҙҙән килгән ҡәҙәр тырышырға тейеш. Беҙҙең теләк бер: был ҡурҡыныс көндәр бүтән ҡабатланмаһын, балалар етемлек әсеһен татымаһын, әсәләрҙең күҙ йәштәре таммаһын ине. Арыҫлан һәм Иҫке Боғаҙы «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы, һуғыш башланғанда бары алты йәшлек ке-нә булып, ауырлыҡтарҙы, етемлекте үҙ елкәһендә татыған Минниғәшиә Мулләхмәт ҡыҙы Исхаҡова (Нури-әхмәтова) балаларҙың бөгөнгө көндә шундай матур, тыныс, имен тормошта йәшәүҙәренә шатланып, үҙенең «Шөкөр итәйек һәр бер тыныс көнгә...» шиғырында «Ул афәттәр кире ҡайтмаһын тиеп, теләк теләйек атаһы таңдарға», – тип үҙенең теләкләрен еткерә.

Дамира Ҡотоева.

***

Һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалды,

Күпме ағай, атайҙар...

Күпме ҡан ҡойолдо, йән ҡыйылды,

Илап ҡалды күпме сабыйҙар.

Күпме хәсрәт, күпме һағыш,

Күпме етем бала һыҡраны...

Күпме моңһоу күҙҙәр ҡараны,

Ниндәй әсе үҙәк өҙгөс һүҙҙәр...

Етемлектән башҡа әсе нимә

Бар микән һуң доньяла?

Ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәүсе ул саҡта

Ҡалмағандыр ҡайҙа ла...

Ҡар аҫтынан соҡоп кәлйемәне

Икмәк ашағандай ашаныҡ.

Алабута һәм дә кесерткәне...

...Күпме ғүмерҙәрҙе һаҡланы.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бирешмәне,

Еңеү өсөн күпме көрәште...

Үҙе ашамаһа ашаманы,

ойоҡбаштар бәйләне,

Яугирҙарға аҙыҡ-кейем өләште...

Көсө етәр-етмәҫ сабыйҙар ҙа

Ең һыҙғанып эшкә кереште.

“Атам Еңеү менән ҡайтһын!” – тиеп,

Бар булмышын биреп тырышты.

...Һуғыш бөттө, килде шатлыҡ,

Күк йөҙҙәре күптән асылды.

Тик ҡыҙғаныс, күбеһен яу ҡырында

Мәңгелеккә ерләп ҡалдырҙы.

Ас-яланғас үҫкән балаларҙың

Йәше артты инде һикһәндән.

Фашисттарҙы еңеп ҡайтҡан

яугирҙар ҙа

Ҡалып бара хәҙер һанаулы.

Шөкөр итәйек һәр бер аяҙ көнгә,

Иҫән-имен йәшәй алғанға.

Ул афәттәр кире ҡайтмаһын тип,

Теләк теләйек атаһы таңдарға!

Теләк теләйек һәр бер атҡан

таңдарҙа.

Минниғәшиә Исхаҡова.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас