+16 °С
Дождь
События и факты
28 Июня 2021, 07:51

“Тамырын онотмаған, тарихын онотмаған”,

Благоварҙар тарихи үткәндәренә хөрмәт менән ҡарай.

-ти халыҡ . Благоварҙар тарихи үткәндәренә хөрмәт менән ҡарай. Меңлеләр бөгөн үҙҙәренең аҫыл улдарының береһе булған Ҡәнзәфәр бей менән хаҡлы рәүештә ғорурланалар, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап күркәм саралар ойоштороп торалар. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул бик өмөтлө дипломат, сәйәсмән була. Шәғәли Шаһман, Айсыуаҡ, Тәтегәс бейҙәр менән бергә ҙур башҡорт ырыуҙарының Рәсәй составына инеүендә Мең ырыуы башҡорттары башлығы, ошо төбәктә тыуып үҫкән Ҡәнзәфәр бей ҙә ҙур роль уйнай. Бей халыҡты тыуған төйәген ташламаҫҡа, Нуғай урҙаһы мырҙаларының өгөтләүҙәренә ышанып, Төркиәгә, Кавказға күсеп китмәҫкә өндәй. Фәнни мәғлүмәттәр буйынса, ул тәүгеләрҙән булып Аҡман, Тоҡман, Тәнәй исемле туғандары менән 1554-1555 йылдарҙа Урыҫ дәүләтенең урындағы идара башлығына килә. Батша Иван IV уларға аҫабалыҡ Грамотаһын тапшыра, Ҡәнзәфәр бейгә тархан титулын бирә. Илебеҙ өсөн киҫкен осорҙа мең ырыуы етәксеһенең дөрөҫ аҙымы йылдар үтһә лә онотолмай.
Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Языков ауылында Ҡәнзәфәр бейгә һәйкәл һәм уның исемендәге сквер асырға ҡарар ителә. Район үҙәгендәге матур урындарҙың береһендә урынлашасаҡ скверҙың, монументаль скульптураның проекты раҫланһа ла, әлегә сығымдар өсөн аҡса табылмаған. Ниәттәр тормошҡа аша ҡалһа, район үҙәгендәге иң матур урындарҙың береһе буласаҡ ул.
Шәжәрә мәғлүмәттәренән, боронғо зыяраттағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙан күренеүенсә, Мең ырыуы етәксеһенең дүрт улы булған. Дистан исемлеһе Һарайлы ауылына нигеҙ һалған. Ишмөхәмәтовтар, Ҡорбанғәлиевтар, Таһировтар, Насировтар, Яҡшығоловтар, Байназаровтар Дистандың вариҫтары иҫәпләнә.Ҡәнзәфәр бейҙең дүртенсе улы Ҡоҙаштың нәҫеле – Садиҡовтар, Мәмәлиевтар, Минһажевтар, Хәсәновтар, Булатовтар, Нурисламовтар Яңы Усман ауылында таралған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, Һарайлы ауылы ҡарттарында боронғо шәжәрәләр ни мөғжизә менән тиһең, быуындан-быуынға тапшырылып, һаҡланып ҡалған. Айырыуса Ғәндәлиф Ҡорбанғәлиевтың шәжәрәһе ҡыҙыҡлы. 600 биттән торған ғәрәп яҙыуы менән тултырылған дәфтәрҙә башҡорт бейҙәре һәм ырыуҙары башлыҡтарының Аҡ батшаға мөрәжәғәте, ырыу ара тамғалары, ерҙәрҙең сиктәре тураһында барлыҡ мәғлүмәт яҙылған. Һарайлы халҡы үҙ тамырҙарын барлау өсөн уны ҡулдан - ҡулға йөрөтөп күсереп алған. Бөгөн был шәжәрә “Һарайлы» тарихи - мәҙәни үҙәгенең төп байлығы. Шуныһы ҡыуаныслы, Благовар ерендә йәшәүсе меңлеләр һаман да нәҫел ептәрен барлауҙы дауам итәләр, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнәләр. Ошо урында, нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән яҙмаларҙы бергә туплап, документаль сығанаҡтарҙы анализлап, «Беҙ-Ҡәнзәфәр бей тоҡомонан», «Быуындарға йәдкәр» тигән китаптар баҫтырып сығарған, Благоварҙа ғына түгел, бар Башҡортостанда ла билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны, Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫы булған Рәйес Ҡорбанғоловты иҫкә алып китеү урынлы булыр. Урындағы халыҡтың тамырын төптән белеүендә уның ғилми эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ.
Мең ырыуы ҡыҙы, шағирә Лариса Абдуллинаның шундай шиғыр юлдары бар:
...Ете быуыныңды барланыңмы,
Ырыуымдың рухлы балаһы?
Тамырҙарың тәрән, ныҡ булғанға
Маҡсат менән алға бараһың.
Эйе, тамырҙарын тәрәндән белгәндәр генә ғорур алға атлай ала. Ә шулай ҙа ниндәй ырыуҙан, ҡайһы милләттән булһаң да халыҡтар дуҫлығының изге маҡсаттарын онотмаҫҡа кәрәк.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас