+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
10 Июнь 2021, 16:04

«Хеҙмәтегеҙ, йылы йөрәгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!»

Муниципаль район Хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов тантаналы шарттарҙа күп балалы әсәләргә «Әсә даны» миҙалы тапшырҙы. Улар Йәнәхмәт ауылынан Любовь Илгужина, Иҫке Тырбый ауылынан Ирина Мирзоева һәм Изим ауылынан Айгөл Шәймөхәммәтова.Фидан Әлфир улы менән дуҫтарса әңгәмәлә әсәләр үҙҙәре, балалары, ғаиләләре тураһында һөйләне. Ирина Инсаф ҡыҙы ире Абделалик Грезович менән шәхси хужалыҡ алып бара, йыл әйләнәһенә тиерлек ихаталарында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һата икән. Ғаиләләрендә биш бала үҫә. Любовь Тимерйән ҡыҙы әлеге ваҡытта хужабикә, биш бала тәрбиәләй, йортта хужалыҡ эштәрен алып бара, ә тормош иптәше Александр Байморза улы «Бабай утары» этнография комплексында эшләй. Айгөл Аҫылғәли ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә ире Рөстәм Рәмил улы «Шаранское молоко» йәмғәтендә һөт йыйыусы булып эшләй. Шәймөхәмәтовтар биш бала тәрбиәләй.Ф. Ишемғолов ошо ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың район, республиканың лайыҡлы граждандары буласағына ышаныс белдерҙе.

Муниципаль район Хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов тантаналы шарттарҙа күп балалы әсәләргә «Әсә даны» миҙалы тапшырҙы. Улар Йәнәхмәт ауылынан Любовь Илгужина, Иҫке Тырбый ауылынан Ирина Мирзоева һәм Изим ауылынан Айгөл Шәймөхәммәтова.Фидан Әлфир улы менән дуҫтарса әңгәмәлә әсәләр үҙҙәре, балалары, ғаиләләре тураһында һөйләне. Ирина Инсаф ҡыҙы ире Абделалик Грезович менән шәхси хужалыҡ алып бара, йыл әйләнәһенә тиерлек ихаталарында етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һата икән. Ғаиләләрендә биш бала үҫә. Любовь Тимерйән ҡыҙы әлеге ваҡытта хужабикә, биш бала тәрбиәләй, йортта хужалыҡ эштәрен алып бара, ә тормош иптәше Александр Байморза улы «Бабай утары» этнография комплексында эшләй. Айгөл Аҫылғәли ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә ире Рөстәм Рәмил улы «Шаранское молоко» йәмғәтендә һөт йыйыусы булып эшләй. Шәймөхәмәтовтар биш бала тәрбиәләй.
Ф. Ишемғолов ошо ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың район, республиканың лайыҡлы граждандары буласағына ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: