+14 °С
Облачно
События и факты
20 Мая 2021, 09:28

Туймазы батыры гвардии полковник Гани Галимовҡа арналған китап туйы

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Ростов өлкәһендәге башҡорт диаспораһы рәйесе Мәхмүт Сәлимовтың «Гвардии полковник Гани Галимов — легендарный сын башкирского народа» исемле китабының исем туйы үтте.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, Ростов өлкәһендәге башҡорт диаспораһы рәйесе Мәхмүт Сәлимовтың «Гвардии полковник Гани Галимов — легендарный сын башкирского народа» исемле китабының исем туйы үтәте. Унда яҙыусылар, тарихсылар, ҡоролтай вәкилдәре, Ғәни Ғәлимовтың туғандары ҡатнашты.

Әҫәрҙә Туймазы районының Япрыҡ ауылында тыуып үҫкән, башҡорттарҙың Йылан ырыуына ҡараған совет офицерының тормошо һәм хәрби юлы хаҡында бәйән ителә. Китапта тарихи белешмәләр, геройҙың үҙенең, хеҙмәттәштәренең һәм ғаилә ағзаларының хәтирәләре, фотоһүрәттәр һәм архив документтары тупланған.
Читайте нас