+20 °С
Ясно
События и факты
28 Апреля 2021, 12:12

Йәйәү йөрөү-ауырыуҙарҙан дауа

Сараның төп маҡсаты- төрлө йәштәге һәм физик мөмкинлектәре булған кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.

“Тормошҡа 10000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы Баҡалыла ла, район Мәҙәниәт һарайында, уҙҙы. Сараның төп маҡсаты- төрлө йәштәге һәм физик мөмкинлектәре булған кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү.
Акцияны ойоштороусы танылған кардиохирург Лео Бокерия һүҙҙәренсә, “йәйәү йөрөү-сәләмәтләнеүҙең алтын рецепты”.Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы нормаль физик активлыҡ һәм сәләмәтлек минимумын һаҡлау өсөн көнөнә 6-10 мең аҙымды үтергә тәҡдим итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр норманың яртыһын да үтәмәй, был, рәсми классификация буйынса, “ултыра торған йәшәү рәүеше” тип һанала.Был-йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк тракты, терәк-хәрәкәтләнеү системаһы ауырыуҙары, шәкәр диабеты һәм башҡа ауырыуҙар үҫеше сәбәбе.
Сарала район үҙәк дауаханаһы баш табибының медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Т.Х.Сәмиғуллина сығыш яһаны.”Бер кемгә лә сер түгел, даими физик активлыҡ-организмды көн һайын һауыҡтырыу, йәйәү йөрөү-физик күнегеүҙәрҙең һәр кем файҙалана алырлыҡ функциональ төрҙәренең береһе, ул кеше сәләмәтлегенә һәм ғүмер оҙонлоғона ыңғай тәьҫир итә”,-тине Тамара Хәтип ҡыҙы.
Район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре акцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмәтләндереүсе үлән сәйҙәре менән һыйланылар һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын профилактикалау буйынса белешмә материалдар тараттылар.Шулай уҡ йыйылыусылар күмәк зарядкала ҡатнаштылар, уны танылған спортсы П.Л.Лобанов үткәрҙе.
Сара “Йөрәк маршруты-сәләмәтлек маршруты” профилактик акция сиктәрендә медицина хеҙмәткәрҙәре етәкселегендә уҙған йәйәүле сәйәхәт менән тамамланды.Һығымта яһап, медицина хеҙмәткәрҙәре барыһына ла сәләмәтлек теләнеләр һәм хәрәкәттең кеше организмы эшмәкәрлегенең төп стимуляторы булыуын тағы бер ҡат иҫкәрттеләр. Ул күп кенә ауырыуҙар хәүефен кәметә.
Читайте нас