+22 °С
Ясна
События и факты
28 Апрель 2021, 12:35

Урындағы хакимиәттең «уң ҡулы»

Теләһә ниндәй мәсьәләне хәл иткәндә ауыл биләмәһе хакимиәте ауыл старосталарына таяна.

Теләһә ниндәй мәсьәләне хәл иткәндә ауыл биләмәһе хакимиәте ауыл старосталарына таяна.
Старосталар – ауылдың нуры, барлыҡ башланғыстарҙың алғы сафында тороусылар. Дүртөйлө ауыл Советы ауыл биләмәһе Кәрәкәшле ауылы старостаһы Фәнәһиә Хәмәтнур ҡыҙы Ғарифуллина тураһында нәҡ шулай тип әйтергә була. Әлеге әүҙем ханымдың иңдәренә күп төрлө бурыстар ята: ул Дүртөйлө ауыл Советы ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе, Кәрәкәшле ауылы старостаһы, Йәрәмкә һәм Кәрәкәшле ауылдары ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, шулай уҡ «Йәш йөрәктәр» халыҡ фольклор ансамбле солисы ла. Нисек бер кеше ошо тиклем күп һанлы бурыстарҙы башҡарып сыға ала – быныһы йомаҡ булып ҡала.
Старосталар институты үҙенең эшкә һәләтлелеген һәм алыштыр-ғыһыҙ булыуын күптән раҫланы. Фәнәһиә Ғарифуллинаны урындағы властың «уң ҡулы» тип әйтергә нигеҙ бар.
«Тынғыһыҙ, яуаплы, һәр мөйөштө белә, ауыл халҡының тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса фекерҙәре ташып тора, абруйлы, уға һәр ваҡыт таянырға була», – ти уның тураһында Дүртөйлө ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән Ғибатова.
Урамдарҙы яҡтыртыу, һыу менән тәьмин итеү, шәмбе өмәләре ойоштороу, юлдарҙы ремонтлау, урамдарҙы төҙөкләндереү, йыйындар ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге эше, ауыл байрамдары үткәреү – бына уның бурыстары. Һәм Фәнәһиә апай әлеге эштәрҙе бик яҡшы башҡара.
Фәнәһиә Ғарифуллина халыҡ ме-нән ҙур эш алып бара һәм бөтәһе лә йәмәғәт башланғысында. Ә күп-ме телефон буйынса һөйләшергә кәрәк? Фәнәһиә Хәмәтнур ҡыҙының ауылды тергеҙеү буйынса уртаҡ эшкә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе пландарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сараларға ла Ф. Ғарифуллина тос өлөш индерҙе. «Айыҡ ауыл» бәйгеһендә ҡатнашыу сиктәрендәге барлыҡ саралар туранантура уның ҡатнашлығында үтте.
Тормошҡа мөкиббән, әүҙем Фәнәһиә Хәмәтнур ҡыҙы Дүртөйлө райо-
ны Айыуҡаш ауылында доньяға килә. Нефть училищеһын тамам-лағандан һуң Кәрәкәшле ауылы
янында Ардат нефть сығанаҡтарында эшләй башлай. Кәрәкәшле ауылы егете менән ошонда таныша ла, уға кейәүгә сыға. Тормош иптәше Рәмзил Ғилмихан улы менән улдары Зинфирҙы, ҡыҙҙары Эльвира һәм Эльвинаны тәрбиәләп үҫтерә. Ғарифуллиндарҙың балалары үҙҙәре кеүек үк әүҙем, игелекле, һәләтлеләр, ауыл биләмәһе һәм ауылдағы бер генә сара ла уларҙан башҡа үтмәй. Өләсәйҙең биш ейәне бар, ул уларға һөйөнөп бөтә алмай.
«Беҙҙең ауылда берҙәм, эш һөйөүсән, бер-береһенә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер кешеләр йәшәй. Шәмбе өмәләренә олоһо ла, кесеһе лә килә», – ти һөйөнөп, Фәнәһиә Ғарифуллина.
Ауылда Фәнәһиә апай кеүек старосталар булғанда, ауыл гөрләп торасаҡ, төрлө бәйгеләрҙә ҡат-нашасаҡ һәм еңәсәк!
Ә. ӘХМӘТОВА, Йәрәмкә ауылы йәмәғәт-мәҙәни үҙәк директоры.
Читайте нас