+13 °С
Облачно
События и факты
28 Апреля 2021, 12:14

Иҫтә ҡалдырыу еңел: китаптар-үҫеш витаминдары!

Баҡалылағы 2-се мәктәптә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн яҙғы каникулда ойошторолған Балалар китабы аҙналығы “Китаптарҙың каникулдары юҡ” девизы менән үтте.Бөгөнгө көндә китапҡа аудитория өсөн телевидение һәм интернет, төрлө гаджеттар менән көрәшергә тура килә, әммә уҡыу- уникаль процесс, ул хистәргә бирелергә, тулҡынланырға һәм уйланырға мәжбүр итә.

Мәктәп китапханаһында уҡыусыларҙы иң яҡшы балалар баҫмаһы менән осрашыу, “Бала саҡтың яратҡан китаптары” интерактив майҙансығы, әҙәби презентациялар, “Китап һөйләй һәм күрһәтә” мульти-пульти шоуы, китаптарға күҙәтеү һәм викториналар көтә ине.”Белем-китаптарҙа, китаптар-китапханаларҙа”-үткәрелгән сараларҙың лейтмотивы ана шундай.Бала мәктәпкә барғанда, мәктәп фәндәре иле уның алдында бик күп юлдар аса, һәм уларҙың береһе китапханаға алып бара.К.Чуковский, Б.Заходер, А.Барто һәм башҡа бик күп күренекле балалар яҙыусыларының китаптары бала саҡта уҡылмаһа, бер саҡта ла уҡылмаясағы билдәле.Әйҙәгеҙ, китаптар бүләк иткән сағыу төҫтәр һәм хис-тойғолар менән балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ күңелдәрен тулыландырырға ярҙам итәйек! Райондың балалар һәм мәктәп китапханалары фондтарында кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары өсөн китаптар етерлек һанда, ә китапханасылар кәрәкле китапты эҙләргә һәр ваҡыт ярҙамлашасаҡтар һәм бала күңеленә лә асҡыс табасаҡтар.
Читайте нас