+16 °С
Облачно
События и факты
12 Апреля 2021, 05:34

“Тамыр” тыуҙырған ҡәҙер

Зәңгәр экрандарҙа күренеү – күп баланың хыялы.

Зәңгәр экрандарҙа күренеү – күп баланың хыялы. Күптән түгел Мостафа һәм Урманай мәктәбе уҡыусыларының был хыялы тормошҡа ашты. Мостафа мәктәбенә “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостан телестудияһының “Тамыр” балалар каналы ҡунаҡҡа килде. Ҡунаҡтар килеүенә уҡыусылар башҡортса һәм татарса шиғырҙар ятланы, концерт номерҙары әҙерләне, шәжәрәләрен ныҡлап өйрәнде.
“Аҡбуҙат” журналы рәссамы А. Василов күрһәткән мастер-кластан барлыҡ башланғыс класс уҡыусылары ла ҡәнәғәт ҡалды. Урманай һәм Мостафа уҡыусыларының ҡыҫҡа ғына ваҡытта төшөрөлгән матур рәсемдәре класс таҡтаһын биҙәне. Артабан балалар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” мультфильмын ҡарап кинәнде. “Шәжәрә – минең анкетам” һорауҙарына яуап бирҙе. Журнал мөхәррире Лариса Абдуллина “Аҡбуҙат” журналына сәйәхәт ойошторҙо, унда барған ҡыҙыҡлы конкурстар менән таныштырҙы. Был сараларҙа Әхмәтвәлиев Әлмир – беренсе, Йосопова Эвелина – икенсе, Ғәлләмов Әлим 3-сө урын яулаһа, супер призға Әһлетдинова Сулпан лайыҡ булды. Әхмәтвәлиев Айназ Л.Абдуллинанан махсус бүләк алды. Һәр уҡыусы журнал хеҙмәткәрҙәренән иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды. Иң мөһиме – уҡыусыларҙа был сара күңелле тәьҫораттар ҡалдырҙы. Лариса Хашим ҡыҙы ла беҙҙең уҡыусылар тураһында яҡты хәтирәләр менән китте.
“Тамыр”студияһы иң тәүҙә “Ғаилә тамырҙары ” төбәк-ара күргәҙмәһе өсөн профессиональ фотосессия тәҡдим итте. Был сарала бер тамырҙан – Ғафаровтар тамырынан Насировтар, Әһлетдиновтар, Вәлиевтар, Ғәбдессәләм нәҫеленән Дусиевтар, Хажиевтар, бер туған Вәкил, Урал Ғафаровтар, Зиннәтуллиндар, Шәйхуллиндар ғаиләләре ҡатнашты. Балалар үҙҙәренең нәҫел тамырҙары – шәжәрәләре тураһында ғорурланып һөйләне.
5 – 11-се класс уҡыусылары ара-
һында үткән “Юрмый ырыуы аҡыллыһы” конкурсында Мостафа мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы А. Нәсибуллина еңеүсе булды. 11-се кластан Л. Хафизова унан әҙ генә ҡалышты. Вәлиева Алһыу үҙенең шәжәрәһен оҫта белеүе менән айырылып торҙо. И. Ғәлләмов, А. Шакирова, Т. Кашапов, А. Әбсәләмова,
Э. Йосопова, Д. Хәбибуллин, Р. Вәли-ев, М. Дусиева, А. Әхмәтвәлиев был сарала иң әүҙем ҡатнашыусылар булды. М. Дусиева “Урал батыр” эпосынан өҙөктө юғары дәрәжәлә башҡарҙы. “Нурбостан” тип атал-ған анимация презентацияһы ла уҡыусылар күңеленә хуш килде. Сара аҙағында Урманай һәм Мостафа уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Был көндө мәктәбебеҙ иртәнән кискә ҡәҙәр шау-гөр килеп торҙо. Уҡыусыларыбыҙ, телеэкранда кү-
ренер өсөн, күпме түҙемлек кә-рәклеген, уның еңел түгеллеген дә аңлағандарҙыр, моғайын. “Тамыр” студияһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙа һәм уҡытыусыларҙа байрам кәйефе тыуҙырып, үҙҙәре лә беҙҙән бик ҡәнәғәт булып ҡайтып китте. Байрам хәтирәләре балалар күңелендә һаҡланыр, һәм улар тыуған ерҙәре, нәҫел тамырҙары менән ғорурланыр, тип ышанғы килә.
Эльмира Насирова.
Читайте нас