Яҙ көнө үҫентеләр район үҙәгенең үҙәк майҙанындағы “Мин Баҡалыны яратам” стелаһы янында, Өфө яғынан Баҡалыға ингәндә, шулай уҡ 2-се мәктәп, ауыл Советы янындағы түтәлдәрҙе биҙәйәсәк.Район Хакимиәте ҡаршыһындағы клумбалар өсөн генә лә 2 меңгә яҡын үҫенте кәрәк.Ә район үҙәген барлығы 12 мең дана сәскә биҙәйәсәк!
“Коммунхоз” предприятиеһы 15 йылдан артыҡ сәскә үҫентеләре менән шөғөлләнә.Быйыл тәүге тапҡыр шундай ҙур күләм үҙләштерергә ҡарар иткәндәр. Файҙалы эш өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар алынған.Сәскә үҫтереүсе вазифаһы булдырылған.Был эште 10 йыллыҡ тәжрибәһе булған баҡсасы Н.В.Гавриковаға ышанып тапшырғандар. Бөгөнгө көндә был уңған ҡатындың ҡулдары менән меңдән артыҡ виола, 6 меңдән артыҡ петуния сәселгән, Наталья уларҙың үҫешенә булышлыҡ итеүсе шарттарҙы тейешенсә күҙәтә.Яҙғы йылы көндәр яҡынлашҡан һайын, баҡсасының эше арта ғына бара, әммә Наталья Васильевна быға шат, сөнки ул сәскәләр үҫтерергә, матурлыҡ тыуҙырырға, тирә-йүндәгеләрҙе һөйөндөрөргә ярата.