Бер әсәнең өс улы, ике ейәне
Беҙҙең халыҡ элек – электән илдең терәге ир – егет, ғаилә терәге – атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә ир-егеткә ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарырлыҡ итеп улдар тәрбиәләп үҫтергән әсәләр беҙҙең арала ла бихисап. Һүҙем ана шундайҙарҙың береһе, Иҫке Күсәрбай ауылында ғүмер кисереүсе Миңзирә Ғабдрахман ҡыҙы Бирҙина һәм уның бөркөттәй өс улы, нәҫелдәрен дауам итеүсе ике ейәне хаҡында булыр.
Миңзирә инәй тормош иптәше Наил олатай менән (мәрхүм) 42 йыл бергә ғүмер кисереп, бына тигән өс улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Оҙаҡ йылдар, заманында даны тирә-яҡҡа киң таралған “Октябрь” колхозында склад мөдире булып эшләгән ул. Миллионер колхоздың складтағы күпме байлығына хужа булып, теүәл иҫәп алып барыуы ла еңел булмағандыр! Һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған Миңзирә инәй һынатмай. Хаҡлы ялға ла “складтан китә”. Хеҙмәт стажы – 42 йыл.
– Көн менән төн бергә ялғанды ул йылдарҙа. Тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла эшкә саҡыралар ине. Тауар ҡайта, ҡабул итеп алырға кәрәк, кемгәлер тиҙ генә нимәлер кәрәк, донъя бит. Етмәһә, өйҙә балалар ҙа бар. Бер-береһен ҡарай-ҡарай үҫтеләр инде. Наилемә лә рәхмәт. Эшемде аңланы, терәк була белде. Өлгөрлөгөм дә ярҙам иткәндер инде. Йорт эштәрен күп осраҡта төндәрен башҡара инем. Әле балаларҙың ейән-ейәнсәрҙәремде нисек бағыуҙарын күрәм дә, хайран ҡалам. Вәт замана! Инде бәхетле булһындар, – ти үткәндәрен иҫкә алып 83 йәшлек Миңзирә Ғабдрахман ҡыҙы. – Илдәребеҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын. Бөгөнгө тыныслығыбыҙҙы ҡара һөрөм ҡапламаһын. Етәкселәребеҙгә ғәҙеллек, киләһе көндәребеҙҙә бәрәкәтле тормоштар, күңелдәребеҙгә иман байлығы, ихласлыҡ биреп, бер-беребеҙ менән изге мөғәмәләлә булып хәйерле ғүмер кисереүҙәребеҙҙе насип итһен Хоҙай Тәғәлә. Бер ғаиләгә лә үҙ яҡындарын юғалтырға яҙмаһын! Мәғәнәһеҙ һуғыштар ҡабатланмаһын. Барлыҡ әсәйҙәр ҙә, минең кеүек, балаларының иғтибарын, ихтирамын тойоп, һөйөүгә ҡойоноп йәшәһендәр!, – тип өҫтәп тә ҡуйҙы мәҡәләм геройы.
Һөнәре буйынса-оператор. Өй-ләнгән. Хәләл ефете Әрсинә менән Альбина һәм Алина исемле матур ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Хабаровск өлкәһендә хеҙмәт икән. Хәрби званиеһы – өлкән сержант.
Һөнәре буйынса – шофер. Һуңғы йылдарҙа Себер тарафтарында эшләп йөрөнө. Өйләнгән. Үҙе кеүек уңған да, булдыҡлы ла Рәзифә ханым менән Азат исемле малай һәм Ирина исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Германияла хеҙмәт иткән. Хәрби званиеһы – өлкән сержант.
Һөнәре буйынса – шофер. Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ауылдашы Илүзәгә өйләнеп, береһенән-береһе өс матур балаға: Илнур, Илвина һәм Миләүшәгә атай-әсәй улар. Марат Байконурҙа хеҙмәт иткән. Хәрби званиеһы – кесе сержант.
Айнур ҡыҙы Зиләнең улы. Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Өйләнгән. Вахтанан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән Иринаһы көтә. Һамарала хеҙмәт иткән. Хәрби званиеһы – кесе сержант.
Азат Радиктың улы. Ул да Себер тарафтарын үҙ иткән. Улы Раян, һөйгәне Регина уның иң ҡәҙерле кешеләре. Саратовта хеҙмәт иткән. Хәрби званиеһы – кесе сержант.