+18 °С
Дождь
События и факты
22 Января 2021, 10:53

Ришат Төхвәтуллин мәктәптә нисек уҡыны?

Танылған яҡташыбыҙ, Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып-үҫкән йырсы Ришат Төхвәтуллиндың тамашасыларға тормошонда билдәле булмаған факттар тураһында уның ата-әсәһе Розалия Нурулла ҡыҙы һәм Айрат Сөләйман улы Төхвәтуллиндар “Толпар” йәштәр журналында интервью биргәндә һөйләгәндәр.

«Етенсе класҡа тиклем уртаса ғына уҡыны. Һигеҙенсене бөтөргәндә: “Әсәй, минем бер генә “өслө”м сыҡты”, – тип ҡайтып инде. Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә: “И, Хоҙайым, ҡалғандары “икеле”ме әллә?” – тип һорауымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул ап-аҡ тештәрен май ҡояшыдай балҡытып йылмайҙы ла: “Юҡ, әсәй, һин яңылышаһың, ҡалғандары “4” һәм “5”!” – тип яуапланы. Фотолар: йырсының социаль селтәренән, "Тулпар" журналынан.
Читайте нас