-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
14 Май 2021, 12:36

БДИ бөтөрөлөрмө?

Был "система үҙен аҡламаны" тиҙәр

Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе Максим Зайцев URA.RU мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында Берҙәм дәүләт имтиханынан баш тартырға кәрәклеген хәбәр итте. Был "система үҙен аҡламаны" тип белдерҙе.
"БДИ киләсәктә ул юҡҡа сығарылыр тип ышанам. Традицион форматҡа кире ҡайтырға кәрәк тип уйлайым. Был юғары уҡыу йорттарын да ҡыҙыҡһындыра", – тине ул һәм әлеге системанан баш тартыу өсөн күпмелер ваҡыт кәрәклеген билдәләне.
Комитетта был һорау йыш күтәрелә икән. Уҡыусы башланғыс кластан БДИ тураһында уйланып, предметтарҙы тәрән өйрәнеү урынына БДИ-ла нисек итеп юғары балл йыйырға тип баш вата башлай. Белем иһә икенсе планға күсә.
Дәүләт Думаһында туғыҙынсы кластан һуң мотлаҡ булған Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһынан да баш тартыу хаҡында закон проекты әҙерләнеүе хаҡында һүҙ булғайны. Әгәр уны ҡабул итһәләр, БДИ-ны кем артабан уҡырға инергә йыйына, шул ғына бирәсәк тип күҙаллайҙар.
Читайте нас: