-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
25 Сентябрь 2020, 15:24

"Туған телем, әсә һөтө кеүек, һәр сабыйға шундай ҡәҙерле"

Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт теле йылына арналған төбәк-ара форумы икенсе көн уңышлы дауам итә

Бөгөн уҡытыусылар өсөн бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, “Эдвис” уҡытыу-методик үҙәге, республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге учреждениеһы һәм башҡалар ҡатнаша унда.
Учалы районының Иманғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнил Бүләковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был донъяла туған телдән дә ҡәҙерлерәк һәм ҡиммәтлерәк бер нимә лә юҡ.
– Былтыр Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ҡатнашырға тура килде. Унан иҫ киткес бай тәьҫораттар менән ҡайттым, – тине Фәнил Нил улы. – Тап шунда уҡытыуҙағы заманса яңы интернет технологияларҙы булдырып, халыҡҡа сығарыу хаҡында һөйләгәйнеләр. Ҡыуанысым сикһеҙ, бихисап уй-ниәттәр ғәмәлгә ашырылған икән. Афариндар! Һәр береһен уҡытыусыларға, балаларға рәхәтләнеп ҡулланыу мөмкинлеге бар. Ошо файҙалы эштәр республика Башлығы гранттары ярҙамында башҡарылған.
Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл ул эшләгән Советтар Союзы Геройы исемендәге Иманғол урта мәктәбе лә республика Башлығының грантын отҡан. Төп маҡсаттары – халыҡтың рухи байлығын, фольклор өлгөләрен юғалтмай киләсәк быуынға еткереү, балаларҙа туған телгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләү. Ошо проект - хыялды ысынбарлыҡ итеүсе гранттар булғанына ҡыуаналар.
– Телебеҙҙе һаҡлауҙың алғы сафында башҡорт теле уҡытыусыһы тора, – тип дауам итте һүҙен Фәнил Бүләков. – Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусылары форумында илһөйәр, телһөйәр, алдынғы ҡарашлы коллегаларымды күреп һөйөндөм. Уларҙың һәр береһе яңылыҡтары, үҙ алымдары менән ихлас бүлеште. Тәүге көндө күренекле шағирә Зөлфиә Ханнанованың бик шәп шиғыр кисәһе уҙҙы. Йөрәктәрҙе елкетеп, күңел ҡылдарын сиртеп, йәнде лә һыҙлатты ул. Беҙ ҙә, уҡытыусы-шағирҙар ҙа, үҙ һүҙебеҙҙе еткерҙек.Коллегаларым заман менән бергә атлаһа, өҫтәүенә, ата-әсәләр беҙгә терәк булһа, дәүләт телебеҙҙе күтәрмәләһә, балаларыбыҙ үҙ теле менән ғорурланыр, халҡыбыҙҙың киләсәге данлы булыр тип ышанам. Ул әйткән һүҙҙәрен "тормошома изге ҡотто биргән, ҡотло иткән беҙҙең ғүмерҙе туған телем, әсә һөтө кеүек, һәр сабыйға шундай ҡәҙерле" тигән шиғыр юлдары менән тамамланы.
Читайте нас: