Өфө ҡалаһында урынлашҡан Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Өс көн барған был бәйгелә республика ҡала һәм район мәктәптәренән бөтәһе 408 уҡыусы ҡатнашты. Күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә башҡорт телен яҡшы белгән уҡыусыларҙың килеүе шатлыҡлы күренеш.
Быйылғы олимпиада уҙған йылдарҙағынан айырыла ине. Олимпиадала һынауҙар 3 турҙан торҙо. Эш йүнәлештәре линиялар буйынса төрлөсә булды. Мәҫәлән, башҡорт мәктәптәрендә белем алған уҡыусылар һәм рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән балалар өсөн викторина һорауҙары бирелде, инша яҙырға кәрәк ине. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусылар өсөнсө йүнәлешкә инде: улар текст өҫтөндә эш башҡарҙы, һөйләү телмәрен аңлау буйынса (аудирование) белемдәрен күрһәтте. Өсөнсө тур сәсәнлеккә арналған ине: башҡорт балалары туған телен пропагандалау буйынса проект эшен яҡлаһа, дәүләт телен өйрәнеүселәр төрлө темаларға диалог төҙөү буйынса көс һынашты.
Тағы ла бер яңылыҡ: һәр тур-ҙан һуң, гимназияның сайтында, уҡыусыларға бирелгән шифрҙар аҫтында уларҙың балдарын, һө-ҙөмтәләрен белергә мөмкин ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада барған көндәр уҡытыусылар өсөн дә тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әй-ләнде. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнгән ине, викторинала белемдәрен дә һынап ҡараны. Уҡытыусылар өсөн был ижади бәй-ге Башҡортостан Республикаһының Башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы, Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы менән берлектә ойошторолдо.
Уҡыусылар бәйгелә сәмле ярышты. Сөнки быйылғы йылдан төбәк-ара бәйге федераль олимпиадалар исемлегенә индерелеп, еңеүсе, призёр булған сығарылыш синыф уҡыусылары уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар (3-тән 10-ға тиклем) аласаҡ. Бәйгене асыу тантанаһында был турала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Ә.Ғәлиева белдерҙе.
Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадала йыл да беҙҙең район данын көслө команда яҡлай. Быйыл да Яңы йыл байрамдарынан һуң бе-ренселәрҙән булып 8-се һәм 11-се синыф уҡыусыларынан торған команда Өфөгә юлланды. Һуңғы йылдарҙа уҡытыусыларыбыҙ әҙерләп алып барған уҡыусылар һынатмай, призлы урындар яулап ҡайта. Был мәктәптәрҙә туған телдең, башҡорт теленең уҡытыу кимәле юғары, тейешенсә ҡуйылыуы тураһында һөйләй. Республика бәйгеһенә ике-өс тапҡыр барып, призлы урындар алып ҡайтыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, 6-сы мәктәптең 11-се синыф уҡыусыһы Максим Метельницкий (уҡытыусыһы Г.Бикбулатова) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеп, бәйгегә быйыл 3-сө тапҡыр барып, призлы урынға лайыҡ булды. Тимәк, юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә Максимдың еңеүе уға өҫтәлмә балдар бирәсәк.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусыларыбыҙ ҙа һынатманы бәйгелә. Кәкребаш ауылы мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы Розалия Нәширүәнова (уҡытыусы-һы З. Нуретдинова), Ә. Мирзаһитов исемендәге Ҡандра 2-се мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Радмила Шихморатова (уҡытыусыһы Р.Ғәлиуллина) үҙҙәренә йөкмәтелгән һынауҙарҙы уңышлы үтеп, призёрҙар иҫәбенә инде.
Быйыл икенсе йыл инде республика кимәлендә үткән олимпиадаға 8-се класс уҡыусылары ла сыға. Был, минеңсә, яҡшы күренеш.Сөнки ошондай бәйгеләргә балаларҙы түбән синыфтарҙан әҙерләү зарур. Беренсенән, улар үҙҙәрендә ышаныс тыуҙырып, киләсәккә маҡсаттар ҡуя, икенсенән, башҡа район-ҡалаларҙан килгән тиҫтерҙәре менән аралаша, уларҙың кимәлен күрә, уларҙа киләһе йыл бәйгеһенә тағы ла сәмлерәк әҙерләнеү теләге уяна. Өсөнсөнән, уҡыусыларҙа лидерлыҡ тойғоһо үҫешә, уларҙың шәхес булып формалашыуына нигеҙ һалына. Туймазы 2-се мәктәбенән Э. Закирова, Нөркәй ауылынан
Д. Ғәббәсова, Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбенән Д. Романова, Собханғол һәм Иҫке Туймазы мәктәптәренән Л. Нәбиуллина менән В. Сәйетова, 6-сы мәктәптән Р. Латиповалар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, киләсәккә үҙҙәренә маҡсаттар ҡуйып, сәмлә-неп ҡайтты. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларына, һәр саҡ яндарында булған, ярышҡа сәм уятҡан ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы еңеүселәренә респуб-ликабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.