– Һүҙҙе ғорурлығыбыҙ – ҡаҙаныштарҙан башлайһы килә. Беҙҙең ҡалала Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы ҡабул ителеүгә бағышланған “Хоҡуҡтарыңды белһәң – донъяны яҡшыртаһың” тигән ҡыҙыҡлы интерактив бәйге уҙа. Былтыр беҙҙең команда икенсе урын яуланы һәм бүләк сифатында Өфөнөң Хәрби дан музейына юл тотто. Был проект балаларҙы илһамландыра, уларҙың уртаҡ сәфәре иһә бик мауыҡтырғыс, мәктәп уҡыусылары өсөн иҫтә ҡалырлыҡ бүләк.
Йәш уҡытыусы Анастасия Антонова “Башҡортостанда йыл уҡы-тыусыһы – 2019” республика бәйгеһе финалында “Педагогика өмөтө” бүлегендә беренсе урынға лайыҡ булды. Ул – физик, асыҡ дәрес өсөн иң юғары – 100 балл йыйыусы. Өфөлә Анастасияны күрҙеләр, аспирантураға саҡырҙылар.
– Рәсимә Миңлебай ҡыҙы, һеҙ-ҙең Башҡортостан Республика-һы Хөкүмәте ҡарамағындағы БР ЮНЕСКО эштәре комитетының рәхмәт хаты менән бүләклә-неүегеҙ тураһында ла хәбәр килеп етте...
– Эйе, республика кимәлендәге “Орбита-2018” полиолимпиадаһын уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн. Хәҙер төрлө ҡыҙыҡлы саралар күп. Педагогтар һәм уҡыусылар өсөн яҡшы мотивация был, шуға күрә беҙ уларҙың унда ҡатнашыу мөмкинлеге булһын өсөн тырышабыҙ. Балаларға йән йылыһы кәрәк, асыҡ элемтә. Ата-әсә иһә бик йыш арый, күптәре иһә эштән ҡайтыу менән компьютерға, телефонға ултыра... Әгәр атаһы кис һайын “атышлы” уйнаһа, бала менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡаламы уның? Йәш ата-әсәләр быны аңлаһын ине.
Гимназияла дәрестән тыш та эш-сәнлек алып барыла. Уҡыусылар шөғөлдө үҙҙәре һайлай. Оҙаҡ йылдар төрлө бәйгеләрҙә бүләкле урындар яулап килгән “Гөлнәзирә” ансамбле бар. Башҡорт ҡурсаҡ театры халыҡ әкиәттәре буйынса спектаклдәр ҡуя. Ул “Әкиәттәр донъяһында” тип атала. Күптән түгел коллектив “Йондоҙло юл” балалар-үҫмерҙәр ижады коллективтары төбәк бәйге-фестивалендә лауреат булды. Шуға тиклем ҡала кимәлендәге “Мин Ғаилә тигән матур ғаләмдә йәшәйем” балалар ижады бәйге-смотрында “Фольклор ансамбль” бүлегендә икенсе урынға сыҡты. Башҡа мауыҡтырғыс эштәр иҫәбендә – асыҡ Башҡортостан КВН лигаһы уйынында ҡатнашыу, әлбиттә. Күптән түгел уҡыусылар алдында “Арғымаҡ” төркөмө сығыш яһаны. Балаларға бик оҡшаны! Был төркөм “Любизар” һымаҡ боронғо йырҙарҙы ла заманса башҡара. Уҡыусылар тыңлап ҡына ултырманы, ҡушылып йырланы, бейергә төштө, алҡышланы, шатлыҡтан ҡысҡырҙы. Ғөмүмән, фольклор балаларҙы тәрбиәләү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
Беҙҙең гимназияла Мәрйәм Бураҡаева булып киткәйне, беҙ йыл һайын “Урал-батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашабыҙ, республика юғарылығына сыҡтыҡ. Уҡыусылар тырышып әҙерләнә, бик йыш еңеүгә ирешә. Миңә Рәйсә Күзбәкованың Урал батыр мәктәбе бик ошай. Беҙ күптән түгел унда барҙыҡ: мең йыллыҡ тарихлы боронғо эпосты асыу иҫ киткес ҡыҙыҡ, әммә ул көн үҙәклеген юғалтмай, заманса йәмғиәткә ауаздаш яңы аспекттары барлыҡҡа килә – балаларҙы тәрбиәләү аша экология мәсьәләләрен ҡуҙғатыу, йолаларға, өлкән быуынға ихтирам тәрбиәләү, халыҡ дауалау ысулдары һәм башҡалар. Психолог Урал Вәлишин был йүнәлеште башҡорттар фәлсәфәһе нигеҙе бу-лараҡ үҫтерә.
– Башҡорт гимназияһы барлыҡ спорт мәктәптәре, шулай уҡ Спорт һарайы урынлашҡан ҡала үҙәгенән алыҫта. Шуға күрә лә Зәйет һәм 1-се Май биҫтәләрендә йәшәүселәр Төбәк тәҡдимдәрен хуплау программаһы иҫәбенә 4-се гимназия биләмәһендә тап күп тармаҡлы спорт майҙансы-ғы төҙөргә ҡарар иткәндер ҙә.
– Беҙҙә уҡыусылар һаны икеләтә артты, әммә күпселек ғаиләләрҙең балаларын ҡалаға спорт менән шөғөлләнергә йөрөтөү мөмкинлеге юҡ. Күбеһе эштә. Һөҙөмтәлә, спорт комплексы төҙөлдө һәм әүҙем эшләп килә, унда футбол, баскетбол уйнарға, ҡыш көнө тимераяҡта шыуырға, сәкән һуғырға була. Төбәк халҡы бында балалары менән килә. Беҙ ошо эште башҡарып сығырға ярҙам иткән иғәнәселәргә рәхмәтле, шул иҫәптән үҙебеҙҙең мәктәпте тамамлаусыларға. Был бик мөһим: тимәк, улар туған мәктәптәрен онотмаған, мәктәп уларға күпте биргән. Хәҙер тормош әүҙем, ҡыҙыҡлы. Хәүефһеҙлек дәрестә-ре, фән-тәжрибә конференциялары, ҡала һәм төбәк бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа даими ҡатнашыу – былар бөтәһе лә беҙгә үҫергә, маҡсаттарға ирешергә, яҡшыға ынтылырға ярҙам итә.
– Рәхмәт, Рәсимә Миңлебай ҡыҙы, яңы уңыштар һеҙгә!
Һүҙ аҙағында. Гимназиянан ҡайтып киткәндә, мин фойелағы экологияға бағышланған күргәҙмә алдында туҡталдым. Ташларға тиелгән сеймалдан күпме ҡыҙыҡ-лы эшләнмә, тәбиғәтте һаҡлау темаһына һүрәт, уйынсыҡ яһал-
ған. Иманым камил, был балалар тирә-яҡ мөхиткә яхшы мөнәсәбәттә буласаҡ.