+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
27 Ноябрь 2019, 19:08

Талантлы йәштәрҙе хуплау фондына – 10 йыл!

Баҡалы районында 2009 йылдан башлап Талантлы йәштәрҙе хуплау фонды эшләп килә.

Баҡалы районында 2009 йылдан башлап Талантлы йәштәрҙе хуплау фонды эшләп килә. Фонд эшмәкәрлегенә район үҙәгенең 1-се мәктәбе директоры Т. Фәрүәзев һәм ошо белем усағын тамамлаусы Н. Баһаутдинов тарафынан нигеҙ һалынғайны.

Фонд етәкселеге һәм уның етәксеһе Н. Баһаутдинов юғары уҡыу йорттары, район хакимиәте, республиканың педагогик берекмәһе менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.Быйылғы мәртәбәле тантана ҡунаҡтары араһында ла район хакимиәте башлығы А. Андреев, Баҡалы районының Маҡтаулы граждандары “Яҡташтар-баҡа-лылар” йәмғиәте рәйесе А. Шаммазов һәм башҡарма комитеты рәйесе Р. Кәримов, “Красный пролетарий” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры И.Шәрипов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Р.Әсәҙуллин, ӨДНТУ проректоры О.Баулин, Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов, фән буйынса проректор, биология фәндәре докторы, профессор Н.Суханова, БДПУ-ның өҙлөкһөҙ педагогик белем биреү департаменты директоры З.Аллаяров, ӨДАТУ вәкиле, яҡташыбыҙ Ф. Ғабдрафиҡов һәм, әлбиттә, иң төп ҡунаҡ –
Н. Баһаутдинов бар ине.

Сараның тәүге өлөшөндә “Уңышҡа ынтылыусы уҡытыусы. Ауыл социумы шарттарында уның үҫешенә ярҙамлашыу” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Фонд һәм район етәкселеге, ҡунаҡтар һәм уҡытыусылар һәләтле уҡыусыға ярҙам күрһәтеү саралары тураһында фекер алышты. Уның барышында Талантлы йәштәрҙе хуплау фонды ҡаршыһында махсус белем биреү мәктәбе – баланы үҫтереү институты булдырыу тураһында тәҡдим индерелде.

Фонд бурыстарының береһе – уҡыусыларға, үҙ көстәренә, белемдәренә ышаныс нығынһын өсөн, мораль ярҙам күрһәтеү. Икенсе өлөштә ошо маҡсатта төрлө кимәлдәге фән олимпиадаларында, музыка, спорт бәйгеләрендә еңеүселәр, фәнни конференцияларҙа һәм төрлө фестивалдәрҙә ҙур уңыштарға ирешеүсе уҡыусылар һәм уҡытыусылар хөрмәтләнде. ”Һәләтлеләр йондоҙлоғо” тип исемләнгән һәм оло байрамға әүерелгән сарала Фонд бүләгенә 71 уҡыусы һәм 16 педагог лайыҡ булды.

Мәртәбәле сараға ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән: “Яҡташтар-баҡалылар” йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы, ТР Президенты советнигы Р. Зарипов һәм “Ҡыҙыл пролетарий” йәмғиәте генераль директоры И. Шәрипов әле генә асылған Беренсе мәктәпкә радиовидеоаппаратура һатып алыу һәм радиостудия йыһазлау өсөн 500-әр мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Р. Әсәҙуллин бер нисә педагогты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ректорҙары советының Талантлы йәштәрҙе хуплау хәйриә фонды менән берлектәге ”Һөнәри танылыу” махсус бүләгенә 1-се мәктәптең рәсем сәнғәте һәм һыҙым уҡытыусыһы Д. Хажиев лайыҡ булды. Ә Фондтың хөрмәтле етәксеһе Н. Баһаутдиновтың үҙенә йәш быуынға белем биреүгә әүҙем өлөш индергәне өсөн БДПУ-ның фән буйынса проректоры Н. Суханова педуниверситеттың Рәхмәт хатын һәм миҙалын тапшырҙы.

Байрам сараһы БР һәм ТР халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың матур
концерты менән тамамланды, һө-нәри байрамдары уңайынан район уҡытыусыларына ҙур бүләк булды был.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, Баҡалы районының Маҡтаулы гражданины Наил Йәүҙәт улы Баһаутдинов етәкләгән фонд 10 йыл эсендә меңгә яҡын уҡыусы һәм уҡытыусыны грант һәм стипендия менән бү-ләкләне.

Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына, ти халыҡ. Н. Баһаутдиновтың Талантлы йәштәрҙе хуплау фонды һәм “Яҡташтар-баҡалылар” ойошмаһының киләсәгебеҙ – бала-
ларыбыҙҙы уңыштарға дәртлән-дереүе алдағы көндәрҙә спорт, сәнғәт һәм фән күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыныуына булышлыҡ итәсәгенә шик юҡ. Ошо фондтың бүләктәрен алған баланың береһе генә булһа ла, оло йөрәкле, киң һәм йомарт күңелле Наил ағай Баһаутдинов кеүек ҙур шәхес булып үҫеп етеп, уның үрнәгендә күңел йылыһын үҙенән һуң килгән йәш быуынға өләшә алһа, “Талантлылар йондоҙлоғо” күп йылдар балҡыр әле, тип ышанғы килә.

Читайте нас: