+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
27 Ноябрь 2019, 19:12

Мостай уҡыуҙары

Өфөлә Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “МОСТАЙ УҠЫУҘАРЫ” регион-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте

Өфөлә Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “МОСТАЙ УҠЫУҘАРЫ” регион-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Уны БР Мәғариф министр-лығы, Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мә-ғариф буйынса ресурс үҙәге, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф ида-
ралығы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ойошторҙо.

Байрам сараһында БР Хө-күмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Л. Иванова, Мәғариф министры вази-фаһын башҡарыусы А. Ха-
жин, Дәүләт Йыйылы-шы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорты комитеты рәйесе
Р. Әсәҙуллин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, БР яҙыусылар союзы рәйесе З. Әлибаев, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры
Г. Шафиҡова, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты деканы, профессор Г. Абдуллина, тележурналист, педагог, РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ш. Ғилманова, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Г. Йосопова, шулай уҡ район һәм ҡалаларҙың мәғариф бүлектәре һәм идаралыҡтары вәкилдәре, ғалимдар, журналистар, белем биреү ойошмалары етәкселәре, уҡытыусылар ҡатнашты.

“Мостай уҡыуҙары”нда 700-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты. Еңеүселәр һәм призерҙар 4 номинацияла билдәләнде. ”Шиғри флешмоб” секцияһы иң ҙуры булыуы менән һәм әҫәрҙәрҙең донъяның төрлө телдәрендә башҡарылыуы менән айырылып торҙо. Мостай ағай әҫәрҙәре 2-се секцияла рэп башҡарыусылар тарафынан яңыса, заманса яңғыраны. Ә “Мостай Кәрим тураһында иҫтәлектәр”секцияһында конкурсанттар ҡасандыр әҙип менән булған осрашыуҙар тураһында хәтер ебен һүтте. 4-се секцияла ҡатнашыусылар алдына Интернет селтәрендә донъяның интерактив картаһына Мостафа Сафа улы тураһында мәғлүмәттәр индереү бурысы ҡуйылғайны.

Был мәртәбәле конкурста Баҡалы районының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, Иҫке Ҡуян, Иҫке Кәстәй төп, Иҫке Маты, Ҡатай урта мәктәптәре-нән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Иҫке Ҡатай мәктәбе уҡытыусыһы Л. Ғабдуллина 600-ҙән артыҡ кеше ҡатнашҡан “Шиғри флешмоб” номинацияһында 3-сө урын яуланы.

Регион-ара фәнни-ғәмәли конференцияның еңеүселәре һәм призёрҙарына Мәғариф министр-лығы дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрам шиғри флешмоб менән тамамланды. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын зал аяғүрә баҫып башҡарҙы. Сара Халыҡ шағиры халыҡ күңелендә икәнлеген тағы бер ҡат раҫ-ланы.

Читайте нас: