Билдәләп үтергә кәрәк, дәрестәрҙә ҡатнашҡан педагогтарҙың, уҡыусыларҙың, шулай уҡ ата-әсәләрҙең әүҙемлеге юғары дәрәжәлә булды. 6-сы класта “Ул бөйөк йылдарға баш эйәйек” тигән темаға дәрес үткәрелде, унда класс етәксеһе С. Латипова 75 йыл элек булған ваҡиғалар тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың һәм уны быуындан-быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген бил-дәләп үтте. Балаларҙы, ата-әсәләрҙе “Үлемһеҙ полк” хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашырға, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған ваҡиғалар, үҙ ғаиләләренең тарихы менән ҡыҙыҡһынырға өндәне. Дәрестә ҡатнашыусылар ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына волонтёрлыҡ ярҙамы күрһәтергә кәрәк тигән һығымта яһаны. Дәрестә Бөйөк Ватан һуғышының тарихи әһәмиәтле ваҡиғалары, герой – ҡалалар, балалар, һуғыш ҡаһармандары тураһында һөйләнелде.
1-се класс етәксеһе Е. Гәрәева “Бөйөк Ватан һуғышы тураһында” компьютер презентацияһын, рус яҙыусыларының һуғыш тураһындағы китаптары күргәҙмәһен, хәрби йырҙар йыйынтығын, К. Паустовский әҫәре буйынса ҡуйылған “Солдатская сказка” мультфильмын ҡулланды. Эш ата-әсәләр һәм балалар менән тығыҙ элемтәлә алып барылды. 5-се класта уҡытыусы Г. Әхмәтгәрәева “Йәшәү өсөн иҫтә тоторға!” тип исемләнгән дәрес үткәрҙе, “Мин һуғыш тураһында нимә беләм?” тигән темаға кроссворд тәҡдим итте, уны сисеү ваҡытында Гөлшат Миннеәғзәм ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләне.
10-сы класта уҡытыусылары Г. Арыҫланова матур презентация ҡулланып, «Еңеү дәресе» үткәрҙе, уның сиктәрендә “Һуғыш юҡ!” тигән ҡыҫҡа метражлы видеоролик күрһәтте.
Башҡарылған эшкә анализ яһап, иң мөһим һығымта – бөтә дәрестәр ҙә юғары дәрәжәлә уҙҙы, бай йөкмәткеле һәм һәр уҡыусыға файҙалы булды. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан ошондай саралар үткәреү – ул матур йола ғына түгел, был, беренсе сиратта, үҙ ғүмерҙәрен тыуған яҡ азатлығы өсөн биреп һәләк булғандарға хөрмәт һәм хәтер сағылышы.