-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
27 Ноябрь 2019, 19:19

Белем донъяһы тылсымсылары

Уҡытыусылар көнө уңайынан йыл һайын район Мәҙәниәт йортонда үткәрелеүсе тантаналы сара “Йыл уҡытыусыһы“ конкурсын асыу булараҡ уҙҙы

Уҡытыусылар көнө уңайынан йыл һайын район Мәҙәниәт йортонда үткәрелеүсе тантаналы сара “Йыл уҡытыусыһы“ конкурсын асыу булараҡ уҙҙы

Байрамды Бүздәк 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе педагогтары – физик культура уҡытыусыһы Марат Хөснуллин һәм француз теле уҡытыусыһы Светлана Сәлимгәрәева алып барҙы.

– Уҡытыусы һөнәре күңелдең зирәклеген һәм йәшлеген, креативлыҡты һәм ҙур дарманды үҙ эсенә ала. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе баһалап бөтөү мөмкин түгел, уға бәйә юҡ! – тине уҡытыусыларҙы ҡотлап, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡова. Ул шулай уҡ алдынғы педагогтарға район хакимиәте бүләктәрен тап-шырҙы.

Мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Кәшәфетдинов та хеҙмәттәштәренә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләп, район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын өләште.

Беҙҙең районда уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Күп кенә сараларҙа йәш армеецтарҙың ҡатнашыуы – күңелле хәл. Тантаналы шарттарҙа егеттәр һәм ҡыҙҙар Йәш армеецтар сафтарына инә. Күп кенә спорт-патриотик рухтағы саралар Бүздәк һәм Благовар райондары хәрби комиссариаты менән берлектә үткәрелә. Шул уңайҙан хәрби комиссар Алик Камалетдинов Бүздәк 1-се һәм 2-се мәктәптәре директорҙары А. Заһироваға һәм И. Сакаевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Теләһә ҡайһы һөнәрҙә, теләһә ҡайһы йәштә, теләһә ниндәй стажлы кеше һөнәри үҫешкә ынтыла. Шуныһы ҡыуаныслы, быйылғы уҡыу йылында “Йыл уҡытыусыһы” һөнәри оҫталыҡ конкурсында 15 педагог ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Бәйге ижади эшләүсе уҡытыу-сыларҙың тәжрибәһен таратыу маҡсатында үткәрелә. Тәбиғи йон-доҙҙарҙан айырмалы булараҡ, улар үҙҙәре генә янып ҡалмай, ә үҙ дармандары менән, битараф була белмәүҙәре менән башҡалар йөрәгенә лә осҡон һала, ут ҡабыҙа.

Был ысын һөнәри оҫталыҡ байрамы педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең мәғарифты яңыртыу буйынса ижади эшсәнлеген үҫтереүгә, белем биреү процессын ойоштороуҙа яңы технологиялар менән ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Конкурсанттар үҙенсәлекле тамаша әҙерләп алып килгән. Шуныһы ла мөһим – һәр коллективтың башҡа ағзалары ла үҙ делегаттарына ярҙам итте – төрлө сәхнә күренештәрендә ҡатнашты, йырланы, бейене, төрлө ролдәр башҡарҙы.

Бүздәк 1-се урта мәктәбенең педагогик коллективы иҫәпләүенсә, уҡытыусының иң ҙур ғорурлығы – уның уҡыусылары, ул сәскән орлоҡтарҙың ниндәй шытым биреүе. Уларҙың девизы: “Мәктәп – йәш быуындың фекере формалаша торған оҫтахана, киләсәкте ҡулдан ысҡындырырға теләмәһәң, дилбегәне ныҡ тоторға кәрәк”. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында улар математика уҡытыусылары Миләүшә Шәйхетдинова, Ирина Ғайнанова, Лилия Шабазова менән таныштырҙы.

Иҫке Боғаҙы урта мәктәбе уҡытыусылары фекеренсә, педагог – ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә һәләтле кеше, уға рухи һәм ижади йомартлыҡ, эшенә ғашиҡ булыу кәрәк. Үҙ эшенә мөкиббән педагог – башланғыс класс уҡытыусыһы Айгөл Батыргәрәева менән таныштырҙы улар.

Ҡаран мәктәбе педагогтары уҡыусыларҙы үҙ балаларылай күрә, һәр кемгә үҙҙәрен шәхес булараҡ асырға ярҙам итә, күңел йылыһын йомарт бүләк итә. Шундай остаздарҙың береһе – башланғыс класс уҡытыусыһы Резеда Мәүлетова.

Килем урта мәктәбе коллективы һәр эш көнөндә балаларҙы мауыҡтырғыс белем донъяһына алып бара, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, яңылыҡ булдырырға тырыша. География уҡытыусыһы Рузи-лә Нәҙершина тап бына шундай тынғыһыҙ, ижади педагог.

Дәрес ниндәй булырға тейеш? Мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ. Һәм һәр ваҡыт дәрес-фантазия, дәрес-байрам, сөнки уҡытыусы шатлыҡ бүләк итеп тәрбиәләү һәләтенә эйә. Х. Ғиләжев исемендәге Ҡаңны-Төркәй мәктәбе коллективы менән сығыш яһаған химия уҡытыусыһы Резида Байбурина ла – әлеге еңел булмаған заманда тормошҡа һөйөнөп йәшәү хисен юғалтмаған уҡытыусы.

Ә Сәүәҙебаш мәктәбе коллективы балаларҙың әүҙемлегенә һәм ижадына ирешә, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табып эш итә, хеҙмәттәштәренә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Улар конкурсҡа башланғыс класс уҡытыусыһы Лүзә Бәҙретдинованы тәҡдим итте.

Р. Шәрипов исемендәге Сабай урта мәктәбе коллективы фекеренсә, уҡытыусының бурысы – уҡыусыларға мөмкин тиклем күберәк белем биреү генә түгел, иң мөһиме мәғлүмәтте үҙҙәре эҙләп табыу юлдарын билдәләү, уларҙы файҙаланырға өйрәтеү. Башланғыс класс уҡытыусыһы, уның тураһында яратып әйткәнсә, “мәктәптәге әсәй” Йәмилә Даянова – ошо мәктәп күрһәткән конкурсант.

Иҫке Тауҙар мәктәбе уҡытыусылары – эш менән мауыҡҡан һәм быға башҡаларҙы ла йәлеп итә алған коллектив. Уҡытыусылар бында һәр баланы һәр ваҡыт күҙ ҡараштарынан уҡ аңлай, улар менән Интернет киңлектәре буйынса атлай, унан белем табырға өйрәтә, һәр дәрес менән тәрбиәләй.Үҙ уҡыусыларының уңыштарына һөйөнәләр һәм уңышһыҙлыҡтарына көйөнәләр. Бәйгелә математика уҡытыусыһы Лира Йосопова үҙ оҫталығы менән уртаҡлашты.

Х.Солтанов исемендәге Кәпәй-Ҡыбау мәктәбе бай тәжрибәгә эйә. Яратҡан эшеңде мауығып башҡарыу – уларҙың уңыш формулаһы. Улар өсөн ижад – ғәҙәти эш, ә дәрес – яңы методик алымдар һынала торған полигон. Конкурста үҙ эшенең оҫтаһы – тарих уҡытыусыһы Рима Миңнегәрәева ҡатнашты.

Бүздәк 2-се урта мәктәбенең педагогик коллективы “Уҡытыусы ҡулында – Рәсәй киләсәге” тигән девизды эш менән раҫлай. Педагогик планетала ижади осрашыуҙарҙың бик шәп икәнлеген яҡшы белә улар. Был планетаның таланттарға бай булыуын йәнә бер тапҡыр раҫланылар: рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лиана Низаметдинова, башланғыс класс уҡытыусыһы Светлана Тимербаева, технология уҡытыусыһы Гөлнара Ғәлләмова, тарих уҡытыусыһы Ләйсән Вәлиева улар.

Уҡытыусылар башҡарған сағыу флешмобтар һәм шаян әкиәттәр уларҙың таланттары күп яҡлы, ә ижады күтәренке рухта булыуын күрһәтте.

Алда бәйгеселәрҙе шәхсән интернет-сайттар конкурсы, таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр, “Мин – уҡытыусы” эссе конкурсы көтә.

Байрамда ҡатнашыусыларға Ынйы Ильясова, Зөлфир Ғаб-дрәхимов, Раушания Ергизова, Раушания Ғилманова музыкаль бүләктәр тапшырҙы.

Читайте нас: