Икенсе ҙур форум – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Унда ойошторолған фекер алышыу майҙансығында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһын камиллаштырыу, башҡорт телен киң танытыу юлы менән һаҡлау һәм үҫтереү, уның диалекттарын өйрәнеү буйынса эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүгә ҡағылған актуаль мәсьәләләр күтәрелде. Проблемаларҙы хәл итер өсөн дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән грант проекттары булдырыу. Юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә туған телдәр буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеү-селәргә, шулай уҡ башҡорт теле буйынса берҙәм төбәк имтиханын уңышлы тапшырған уҡыусыларға өҫтәмә балл булдырыу. Бының өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданы Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә индерергә кәрәк, тип билдәләгән ине мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. Ниһайәт, ошо көндәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә инде. Был бик ҡыуаныслы хәбәр!
Шулай уҡ дәрестән тыш эш-мәкәрлеккә лә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, беҙ мәктәп, ғаилә һәм “Ағинәй” ойошмаһы менән берлектә эшләйбеҙ.
Бына инде дүртенсе тапҡыр беҙҙең мәктәптә (8-се мәктәп) ҡала кимәлендә ата-әсәләр менән берлектә дәрестән тыш сара ойошторола. Һәр ваҡыт был сараның ҡунаҡтары булып Ҡоролтай тора. Һуңғы ике йыл сара ағинәйҙәр менән берлектә уҙа.
Был эштең маҡсаты – уҡыусыларға, ата-әсәләргә туған телдең ҡәҙерен, тәрән мәғәнәһен, һүҙ йылыһын еткереү, матурлығын күрһәтеү. Шулай уҡ ата-әсәгә ҡарата ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү, ата-әсәләрҙе, балаларҙы ағинәйҙәр менән таныштырыу, уларға ҡарата ихтирам, хөрмәт тәрбиәләү. Ошо саралар уҡыусыларҙың башҡорт теле ғилеме өлкәһендәге белемдәрен барлай, оҫталыҡтарын арттыра.
Беҙҙең маҡсат – уйын аша телебеҙгә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, ярыш ҡомары тәрбиәләү. Шулай уҡ был эш-мәкәрлек үҙебеҙҙең асылыбыҙҙы, үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап алып ҡа-лыу маҡсатында ойошторолған сара тип тә әйтер инем.
Осрашыуҙы планлаштырғанда уҡыусылар менән кәңәшләшелде, уларҙың теләктәре иҫәпкә алынды. Әҙерләнеү барышында балаларҙың әүҙемлеген, файҙалы тәҡдимдәрен хупланым. Дәрестән һуң ҡалдырып уҡыусыларға әҙерләнергә ярҙам иттем.
Баланы шәхес итеп тәрбиәләү – һәр кемдең оло бурысы, был эш бөтә яҡлап алып барыла: ғаиләлә, мәктәптә, йәмәғәтселек тарафынан, ғөмүмән, ул йәшәгән мөхит юҫығында.
Башҡорт мөхитен булдырыу өсөн, телде һаҡлап алып ҡалыу өсөн ойошторола ла инде ошондай саралар. Шулай уҡ уҡыусылар сараға әҙерләнгәндә, ғаиләһе тура-һында яңы мәғлүмәт туплай, үҙ ҡатнашлығынан шатлыҡ-ҡыуаныс та кисерә бит бала!
“Бөгөнгөнөң киләсәге булмаҫ, әгәр үткәндәрҙе инҡар итһәк”, – тигән ололар. Әйтергә кәрәк, ағинәйҙәр мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙә, тарихты өйрәнә.
Ағинәйҙәр менән берлектә сараларҙы ойоштороп, шул осрашыуҙарға балаларҙы әүҙем йәлеп итһәк, халҡыбыҙҙың, теле-беҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдар-ҙа буласаҡ.
Беҙҙең ағинәйҙәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Иң әүҙемдәре: Дилбәр Нәзир ҡыҙы Фәхретдинова, Гөлсирә Фәрит ҡыҙы Ахунова – тәрбиәсе булып эшләгән; Миңлегөл Нурый ҡыҙы Ахунова – эшҡыуар, табип; Флүрә Зиннәтуллина – хаҡлы ялда, ашнаҡсы, Тәлиғә Әхмәт ҡыҙы Макаренко – хаҡлы ялда, парикмахер, Таңһылыу Мансурова – инженер.
Ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Техникумдарҙа уҡытҡан башҡорт теле уҡытыусылары ла ҡатнаша унда. Ә күптән түгел мәғариф бүлеге тәҡдиме менән беҙҙең осрашыуҙар ҡала методик берекмәһенең эш планына индерелде. Шулай итеп, был саралар 8-се мәктәптә үткәреләсәк.
Быйылғы йәй ҙә беҙҙең өсөн әүҙем үтте – “Йәйләү” балаларға өҫтәмә белем биреү, рухи һәм физик яҡтан сәләмәтлектәрен нығытыу йүнәлешендә эшләүсе профилле сменала эшләү бәхете лә тейҙе. Был программа баланың тәбиғәттән һалынған һәләтен асыу өҫтөндә эш-ләй. Ә маҡсатҡа ирешеү өсөн баланы тәбиғи мөхитенә ҡайтарыу тора. Нимә һуң ул тәбиғи мөхит? Иң беренсе сиратта – туған телдә һөйләшеү, аралашыу, уйлау (фекерләү), йырлау, шиғыр һөйләү, туған көйгә бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау. Йәйләү программаһы ошоно күҙҙә тотоп төҙөлгән. Мин Әбйәлил районының Ирәндек лагерында эшләнем. Бында Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Өфө, Белорет, Әбйәлил райондарынан килгән балалар ял итте.
Бында эшләү – бик файҙалы булды. Өс көн бергә Мәрйәм апай Бураҡаева менән эшләү үҙе бер оло шатлыҡ! Коллегаларыма ла артабан да үҫергә, белем алырға теләгегеҙ булһа, тура Йәйләүгә барып эшләргә кәңәш итәм.