+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
24 Октябрь 2019, 17:58

"Мирзаһитов уҡыуҙары" халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау йылына бағышланды

Ҡандра ауылының Әсғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбендә "Мирзаһитов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Ҡандра ауылының Әсғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбендә "Мирзаһитов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияла 58 уҡыусы ҡатнышты. Улар төрлө темаларға арналған ҡыҙҡлы сығтыштар яһаны. Уларҙың эштәрен баҫалама ағзалары тикшерҙе. Жюри составында Өфө ҡунаҡтары ла бар ине – яҙыусылар союзы ағзаһы Фәрзәнә Аҡбулатова һәм Марсель Сәлимов. Конферения эшендә Әсғәт Мирзаһитовтың туғандары – ейәне И. Мирзаһитов һәм ҡустыһы Ф. Хартдинов ҡатнашып, яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында һөйләне.
Шулай уҡ ауылдың мәҙәниәт һарайында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты, драматург Әсғәт Мирзаһитовтың музейы асылды. Конференцияның халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау йылы менән бәйләп алып барылыуы иғтибарға лайыҡ.
Читайте нас: