-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
24 Октябрь 2019, 18:05

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде

Был аҙнала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә: тәжрибә һәм үҫеш юлдары» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. 

Был аҙнала «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә: тәжрибә һәм үҫеш юлдары» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. 
Ойоштороусылары – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министралығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының тарих-филология бүлеге, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, РФА-ның Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, “Арҡаҙаш” фән һәм мәҙәниәтте үҫтереү төбәк йәмәғәт фонды, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. 
Сарала глобалләшеү заманында Рәсәйҙең төп халыҡтарының телен һаҡлау, мәғарифтәге модернизация шарттарында туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү, полимәҙәни киңлектә әҙәбиәт һәм фольклористика проблемалары, тәржемә проблемалары, киң мәғлүмәт сараларында тел процестарының сағылышы, компьютер лингвистикаһы һәм телде өйрәнеүҙә интеллектуаль технологиялар. Конференцияла үҙебеҙҙең күренекле ғалимдар һәм йәштәр, район/ҡалалар башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре һәм Башҡарма комитеты ағзалары, уҡытыусылар, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре менән бергә Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск ҡалалары, Татарстан, Алтай, Яҡут-Саха, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Сыуашстан республикаларының, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың фән әһелдәре лә ҡатнаша. 
Сара Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙғарыла.
Был сарала Туймазы ҡалаһы 6-сы мәктәп уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф отличнигы Гөлмирә Бикбулатова «Мәктәптең, өҫтәлмә белем биреү, йәмәғәт ойошмаларының туған телде үҫтереүҙәге роле» һәм Бишҡурай ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Ләлә Абзалова «Туған телде һаҡлауҙа йоланың роле» тип аталған докладттар менән сығыш яһаны.
Читайте нас: