-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
21 Октябрь 2019, 13:48

Хыялыбыҙ ашты тормошҡа!

Ошо көндәрҙә Баҡалыла 825 урынға иҫәпләнгән өр-яңы 1-се мәктәп асылды.

Ошо көндәрҙә Баҡалыла 825 урынға иҫәпләнгән өр-яңы 1-се мәктәп асылды. Мәктәп Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы файҙаланыуға тапшырылаһы 100 объект иҫәбенә ингәйне. 1-се урта мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, ата-әсәләре күптән көткән хыялдағы мәктәп, ниһайәт, балаларҙы үҙ ҡосағына алды.

Был әһәмиәтле тарихи ваҡиға шатлығын уртаҡлашырға Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Л.Иванова, «Яҡташ-тар- баҡалылар» ойошмаһы рәйесе, Баҡалы районының Почётлы гражданы А.Шаммазов, Баҡалы районы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары В.Соколов һәм И.Усманов килгәйне.

Район Хакимиәте башлығы А.Андреев уҡыусыларҙы, мәктәп коллективын һәм барлыҡ баҡа-лыларҙы мөһим социаль объекттың асылыуы менән ҡотланы, генераль заказсы – Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы вәкиле, подрядсы ойошма етәксеһе Р.Исламшинға, мәктәп директоры Т.Фәрүәзевҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡунаҡтарҙан А.Шаммазов, В.Соколов, И.Усманов та ҡотлау һәм теләктәрен еткереп, мәктәпкә кәрәкле ҡоролмалар һатып алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.

Рәсәй Федерацияһында дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәктәп директоры Таһир Әнис улы Фәрүәзев өсөн был ваҡиға бигерәк тә тулҡынландырғыс булғандыр. Ул да, мәктәп коллективын оло байрам менән тәбрикләп, республика, район етәкселегенә, район мәғариф бүлегенә, депутаттар В.Соколовҡа, И.Усмановҡа, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалманы, матур йыр менән ҡотланы.

Иң тантаналы мәл етте. Сәскәләр, шарҙар менән биҙәлгән мәктәп ихатаһын яңғыратҡан тәүге ҡыңғырау сыңы көслө алҡыштарға һәм шатлыҡлы «Ура!» тауыштарына күмелде. Ҡыҙыл таҫманы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Л.Иванова һәм район Хакимиәте башлығы А.Андреев киҫте. Ҡунаҡтар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар асыҡ ишектән яңы мәктәп тупһаһын атлап үтте. 2015 йылдан алып төҙөлә башлаған 509 миллион һумлыҡ объект, ысынлап та, иҫ киткес: 3 этажлы уҡыу корпусы әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп, балҡып ултыра; иркен коридорҙар, уҡыу бүлмәләре, өр-яңы мебель һәм интерактив комплекстар менән йыһазландырылған 290 кв.м. спорт залы, гимнастика залы, душ кабиналары ла булған сисенеү-кейенеү бүлмәләре, 396 урынлыҡ тамаша залы, ял итеү бүлмәләре, хәрәкәте сикләнгән балалар өсөн 3 лифт... Ҡыҫҡаһы, заманса стандарттарға тура килтереп төҙөлгән мәктәпле булды баҡалылар.

Ысынында иһә, 1-се мәктәп коллективы шундай оло бүләккә күптән лайыҡ. Мәктәптең системалы рәүештә Рәсәйҙең иң яҡшы 200, иң яҡшы 300, республиканың иң яҡшы 30 мәктәбе иҫәбендә булыуы, Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаларының төбәк этаптарындағы юғары күрһәткестәре генә лә күпте һөйләй.Был мәктәптән республикаға, илгә билдәле шәхестәр сыҡҡан, уларҙың күптәре бөгөн дә тыуған мәктәбен, районыбыҙҙы хәстәрләп йәшәй.

Киләсәктә әле күптәр, ошо мәктәптә белем алып, илебеҙҙең терәге булырҙай аҡыллы шәхес булып үҫһен өсөн, бөтә шарттар ҙа булдырылған Беренсе мәктәптә. Ҡотло булһын мәктәбегеҙ, «беренселәр»!

А.ШАММАЗОВ,

«Яҡташтар-баҡалылар» йәмғиәте рәйесе, Баҡалы районының Почётлы гражданы:

– Беренсе мәктәп уҡыусылары иҫке бинанан яңы яҡты мәктәпкә күсеүҙәре менән бик бәхетле. Бындай иҫ киткес шарттарҙа балаларҙың һәм уларҙың уҡы-тыусыларының еңеүҙәре лә, уҡыуҙағы уңыштары ла күберәк булыр, тип ышанам. Белем алырға тырышығыҙ, үҙ өҫтөгөҙҙә эшләгеҙ, белем үрҙәренә ынтылығыҙ.

Яңы уҡыу йортонда һәр бер бала үҙ талантын асһын һәм һәләтен күрһәтһен. Һеҙгә – яҡшы белем һәм мауыҡтырғыс ялдар, ә уҡытыусыларға педагогик эшмәкәрлектә уңыштар теләйем. Ныҡлы сәләмәтлек һәм ҙур уңыштар һеҙгә, яҡташтар!

А.АНДРЕЕВ,

район хакимиәте башлығы:

– Яңы мәктәп уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн, иҫке мәктәп кеүек үк, яратҡан һәм ҡәҙерле булып ҡалыр, тип ышанам. Масштабы, техник йыһазланышы буйынса – ул районда ғына түгел, республикала ла иң матур, заманса уҡыу йорттарының береһе. Бында проектлаштырыу һәм төҙөлөштәге яңы алымдар үҙләштерелде, бала шәхесен үҫтереү өсөн барлыҡ кәрәкле шарттар тыуҙырылды.

Был, ысындан да, үҫеп килеүсе быуындың рухи-әхлаҡи үҫеше һәм заманса уҡытыу үҙәге булырға тейешле уникаль мәктәп. Балалар – беҙҙең байлығыбыҙ, был – киләсәккә инвестиция. Беҙ, өлкәндәр, тормошта барыһын да балалар өсөн эшләйбеҙ. Һәм яңы мәктәп асылыу, ауылда социаль өлкәнең әүҙем үҫешенең асыҡ миҫалына әйләнеүе, шуны дәлилләй.

Читайте нас: