-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
13 Сентябрь 2019, 18:33

Күршеләргә башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итәйек

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Туҡай районында йәшәгән алты меңгә яҡын милләттәшебеҙҙе ошо мәсьәлә бик борсой

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында һәм Туҡай районында йәшәгән алты меңгә яҡын милләттәшебеҙҙе ошо мәсьәлә бик борсой. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте. Татарстан Республикаһының Башҡорт ҡоролтайы рәйесе һәм Түбәнге Кама ҡалаһының «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Ғәли Хәсәнов һүҙҙәренсә, элекке йылдарҙа мәктәптә уҡытыу башҡорт телендә алып барылған, ә һуңынан Йәкшәмбе мәктәбе ҡарамағына тапшырылған. Ләкин хәҙер күп кенә башҡорт ғаиләләре туған телен өйрәнергә теләүе тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Башҡорт телен өйрәнеүҙе тергеҙеү мәсьәләһе иң мөһимдәренең береһе булып тора. Статистика буйынса, Татарстан Республикаһында 13 726 башҡорт йәшәй, уларҙың күпселеге Яр Саллыла туплан-ған – 5904 кеше. Татарстандың Башҡорт ҡоролтайы йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлә. Татарстан Республикаһының Башҡорт йәштәре ҡоролтайы үҙ проекттарын Татарстан халыҡтарының йәштәр ассамблеяһы составында тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта йәштәр ойошмаһы 80 башҡортто бер-ләштерә, был эште Ҡазан университетының юридик факультеты студенты Лиана Илекәева алып бара.
Читайте нас: