+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
27 Август 2019, 14:06

Изге юлға, мәктәп тамамлаусылар!

Шаран районы мәктәптәрендә сығарылыш балдары үтте. Матур йола буйынса, Шаран 2-се мәктәбе 11-се класс уҡыусыларының сығарылыш кисәһе район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа уҙҙы.

Шаран районы мәктәптәрендә сығарылыш балдары үтте. Матур йола буйынса, Шаран 2-се мәктәбе 11-се класс уҡыусыларының сығарылыш кисәһе район мәҙәниәт йортонда тантаналы шарттарҙа уҙҙы.

Мәктәп тамамлаусыларҙы тәбрикләргә ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, туғандары, дуҫтары һәм башҡа кластар уҡыусылары килгән ине.

Ҡупшы күлдәктәрҙәге ҡыҙ-ҙарҙан һәм ыҫпай костюмдарҙағы егеттәрҙән ҡарашты айырырлыҡ түгел ине.

Тантананы Шаран 2-се мәктәбе директоры Л. Зыязитдинова асты. Ул сығарылыш уҡыусыларын урта мәктәпте тамамлауҙары менән йылы ҡотланы һәм уларға үҙ аллы тормошта уңыштар теләне. Быйыл мәктәп педколлективының ғорурланыр урыны бар – мәктәп тамамлаусылар БДИ-ла иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, ә Эльмира Төхвәтшина химия буйынса – 95, биология буйынса 96, рус теле буйынса – 91 балл, Илназ Хәйретдинов физиканан 96 балл йыйҙы.

Мәктәпте тамамлаусыларҙың бишеһе директор ҡулынан айырым өлгөләге аттестат һәм «Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн» миҙалын алды. Ә бер нисә уҡыусы был көндө ГТО-ның алтын билдәһе менән бүләкләнде.

Мәктәп тамамлаусыларҙың
уҡытыусылары, класс етәксе-ләре Р. Хөснуллина, ата-әсәләре өсөн әҙерләгән сығыштары тулҡынландырғыс булды. Ата-әсәләр үҙҙәре лә балаларға концерт номерҙары һәм хатта бейеү флешмобы күрһәтте.

физика уҡытыусыһы һәм класс етәксеһе Р. Хөснуллина физика буйынса ҙур уңыштарға ирешкәне өсөн, мәктәп тарихында тәүге тапҡыр, мәктәпте тамамлаусы Илназ Хәйретдиновҡа шәхси грант тапшырҙы. Егет өсөн был көтөлмәгән сюрприз булды.

Йола буйынса, сығарылыш уҡыусылары, рәхмәт йөҙөнән, үҙҙәре тураһында иҫтәлеккә мәктәпкә кәрәкле бүләк тә әҙерләй. Быйылғы бүләк – ҙур электрон сәғәт-табло. Тиҙҙән, 1 сентябрҙә, ул беренсе класс уҡыусыларын беренсе дәрескә саҡырасаҡ. Уҡытыусылар бөгөн-гө сығарылыш уҡыусыларына лайыҡлы алмаш килер, тип ышана.

Оло тормошҡа хәйерле юл һеҙгә, мәктәпте тамамлаусылар! Һеҙгә һәр саҡ һәм һәр ҡайҙа ла уңыш юлдаш булһын!

Читайте нас: