-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
27 Август 2019, 14:05

Ат өйрәтеү эше модаға әүерелә

Шаранбаш Кенәз ауылындағы йыл әйләнәһенә эшләүсе "Бригантина" һауыҡтырыу лагерында ат өйрәтеү эше менән танышыу көнө үтте.

Шаранбаш Кенәз ауылындағы йыл әйләнәһенә эшләүсе "Бригантина" һауыҡтырыу лагерында ат өйрәтеү эше менән танышыу көнө үтте. Балалар ат егәре менән таныша, төрлө әйберҙәрҙе тотоп ҡарай, шулай уҡ атта йөрөй алды. Аттар Татар Көсөк ауылынан тәжрибәле ат өйрәтеүсе, үҙ эшенең оҫтаһы Алик Васильевтыҡы.
Балалар тыныс һәм матур аттарға атланып йөрөү мөмкинлегенән рәхәтләнеп файҙаланды. Күпме йөрөһәләр ҙә, эйәр өҫтөнән төшкөләре килмәне уларҙың. Алик Валерьевич балаларға бындай күнекмәләрҙе тағы үткәрергә вәғәҙә итте.

Сара барышында А. Васильев атта йөрөгәндә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж да үткәрҙе, ҡамыттың һәр өлөшөн күрһәтте һәм уның тураһында, шулай уҡ аттарҙың ҡылыҡтары тураһында һөйләне.

Был көн балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, сөнки тәьҫораттар бик күп булды. Кем белә, бәлки уҡыусыларҙың берәйһе булһа ла ат өйрәтеүсе булыр һәм үҙенең атында ярыштарҙа елдерер, кемдер ветеринар булыр һәм хайуандарҙы дауалар.

Читайте нас: