Башҡорт йырҙарына флешмоб ойошторолдо ул көндө. Ауылдың күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фән Миңлеғолов һәм Марат Кәри-мов та килгәйне был сараға. Улар балаларға бер нисә йыр йырлап, ҡурай менән баянда матур көйҙәр уйнап ишеттерҙе. Ауылдың ағинәйе Рәйсә Яҡупова балалар янына буш ҡул менән килмәгән. Рәйсә Харис ҡыҙы күстәнәскә алып килгән ҡурмастың ниндәй аҙыҡ икәнен аңлатты. Район мәғариф бүлеге методисы Зөһрә Хәжиәхмәтова уҡыусыларға башҡорт телендә төрлө-төрлө китаптар, ватман, төҫлө буяу бүләк итте. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла ситтә ҡалманы был саранан – башҡортса китаптар, альбом, төҫлө ҡағыҙҙар бүләк итеп, илебеҙ патриоттары булығыҙ тигән теләк еткерҙе. Концерт номерҙары менән үрелеп барған сара бик матур үтте.
"Йәйләү"ҙең программаһы ла бик ҡыҙыҡлы: стилләштерелгән милли кейемдәр һәм башҡорт милли аш-һыу серҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, һағыҙ ҡайнатып ҡарау, "Урал батыр" эпосын, башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеү...
“Өләсәйем һандығы” менән килгән Рәйсә апай Яҡупова үҙенең шәхси музейында балалар өсөн экскурсия үткәрҙе. Ә ул музейҙа бик боронғо һәм ҡыҙыҡлы материалдар күп кенә. Рәйсә Харис ҡыҙы ҡыҙҙарға сәстәренә тағып йөрөр өсөн матур стилләштерелгән сәстотҡостар ҙа бүләк итте.
Шулай уҡ “Йәйләү һылыуҡайы” конкурсы ла бик ҡыҙыҡ үтте. Бар конкурсант ҡыҙҙарҙы ла еңеүсе тип билдәләп булыр ине, әммә улар араһынан да иң-иңде һайларға кәрәк булды. “Мең”дәр һәм “Ҡаңны”лар “Алтын тирмә”лә лә көс һынашты.
Районыбыҙ үҙ әҙиптәренең исем-дәрен мәңгелләштереү өҫтөндә байтаҡ эштәр эшләй. Ҡаңны-Төркәй ауылы республикабыҙға өс Салауат Юлаев премияһы лауреаты тәрбиәләгән ауыл булараҡ билдәле. Хәким һәм Ғабдулла Ғиләжевтар, Факиһа Туғыҙбаева ижадын белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ауылдың урта дөйөм белем биреү мәктәбе Х.Ғиләжев исемен йөрөтә. Мәктәптә әҙипкә бағышланған музей ҙа бар. “Йәйләү” тәрбиәләнеүселәре лә был музейҙа ҡунаҡта булды. Әҙиптең шәхсән әйберҙәрен күрҙе, уның ижады хаҡында белемдәрен байытты.
Ғөмүмән алғанда, лагерҙа йөрөгән һәр бала башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, телен яңы, ҡыҙыҡ, мөғжизәле яҡтан асҡандыр, һәм был “Йәйләү” уларға ҙур тормош тәжрибәһе булғандыр, тигән ышаныста ҡалам.
Ә әлегә хуш “Йәйләү – 2019”, һаумы “Йәйләү – 2020”!