Был юлы Башҡортостан рес-публикаһы ойошоуға 100 йыл тулыуға бағышланған бәйге Усман Ташлы ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үтте. Унда райондың 10 мәктәбенән йәш хикәйәтселәр көс һынашты. Ул ике турҙа уҙҙы. Беренсе турҙа уҡыусылар “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләне, ә икенсе турҙа ҡатнашыусылар өҙөктәрҙе сәхнәләштерҙе.
Беренсе турҙа Гран-приға Һигеҙенсе март исемендәге ауыл мәктәбе 3-сө класс уҡыусыһы Сабина Бабажанова эйә булды (етәксеһе Диләрә Хөснуллина). Беренсе урынға Ленара Батталова сыҡты (7-се класс, Усман Ташлы ауылы, етәксеһе Ләйсән Төхбәтшина), икенсе – Игорь Прохоров (5-се класс, Спартак ауылы, етәксеһе Рәйхана Мартынова) һәм өсөнсө урын – Әҙилә Бабажановала (4-се класс, Һигеҙенсе март исемендәге ауыл, етәксеһе Фиданиә Хәмиҙуллина).
Тағын ете уҡыусы конкурс номинанттары булды. Беренсе тур һөҙөмтәләрен сығарғанда, үҙ уҡыусыларын көрәшкә әҙерләгән уҡытыусыларҙың ҙур хеҙмәтен билдәләп үтмәй мөмкин түгел. Алдағы йылда ҡатнашыусылар күберәк һәм уҡыу дәрәжәләре лә яҡшыраҡ булыр тип өмөтләнә бәйгене ойоштороусылар.
Икенсе турҙа биш команда ҡатнашты. Иҫке Турай, Тарҡаҙы, Усман Ташлы ауылдары мәктәптәре уҡыусылары башҡаларҙан айырылып торҙо.
Жюри ағзалары киләсәктә бөтә мәктәптәрҙә лә инсценировкалар әҙерләргә, сарала ҡатнашыусыларға дикция, һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеүе, һөйләм культураһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә, нигеҙләмә талаптарын үтәргә кәңәш итте.
Һәм, әлбиттә, сараны иң юғары дәрәжәлә ойоштороусыларҙы билдәләп үтергә кәрәк. Улар – мәктәп директоры Айгөл Мөхәммәтшина, башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Төхбәтшина һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фирсиҙә Рәүилова.