-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
27 Июнь 2019, 13:40

Китапханала байрам

Бөтә Рәсәй “Библиотөн-2019” акцияһы сиктәрендә үҙәк район китапханаһында “Ғәмәлдәр театры – китапхана” әҙәби байрам сараһы уҙҙы

Бөтә Рәсәй “Библиотөн-2019” акцияһы сиктәрендә үҙәк район китапханаһында “Ғәмәлдәр театры – китапхана” әҙәби байрам сараһы уҙҙы

Байрамға йыйылыусыларҙы Йәрмәкәй үҙәк китапханалар системаһы директоры Лилиә Ғиззәтуллина сәләмләне. Ул иң әүҙем китап уҡыусыларҙы һәм сараларҙа ҡатнашыусыларҙы билдәләп үтте, барыһына ла күтәренке кәйеф, яҡшы тәьҫораттар алыуҙарын һәм китапханасылар әҙерләгән бай йөкмәткеле программаны ҡарауҙа уңыштар теләне.

“Башҡортостан театрҙары” видео-күрһәтмә сәнғәт һарайының беҙҙең республикала булдырылыу тарихын асып бирҙе, шулай уҡ ҡатнашыусыларға Өфө ҡалаһы театрҙары буйлап виртуаль сәйәхәт итеү мөмкинлеге бирҙе. Сарала һүҙ Йәрмәкәй Мәҙәниәт һарайында эшләгән Халыҡ театры тураһында ла барҙы. Үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары ауыл халҡын гел шатландырып тора. Уның иң сәскә атҡан мәлдәре Мосаллия Ишембәтова режиссёр булған дәүерҙә була. Шулай уҡ Гөлнара Ғаниева етәкселегендә ҡуйылған пьесалар ҙа бик уңышлы үтте. Рафаэль Ишембәтов та халыҡ театрына бөтә күңелен биреп эшләгән. Бөгөнгө көндә уны ижади һәм һәләтле белгес Алһыу Йыһаншина етәкләй. Халыҡ театры, уның режиссёрҙары, актёрҙары, ҡаҙаныштары тураһындағы иҫтәлектәре менән Кифая Шәрәфлисламова уртаҡлашты.

Акцияның ҡыҙыҡлы миҙгелдәре булып ауылдың талантлы һәм мауығыусан кешеләре менән осрашыу үтте. Китапханала Мәҙәниәт һарайында костюмер булып эшләүсе Ольга Зоринаның “Алтын энә хужаһы” тип аталған ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Бер генә мә-ҙәни сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Иң заманса прогрессив идеяларҙы ул сәхнә биҙәгәндә, үҙешмәкәр артистарҙың барлыҡ сығыштары өсөн костюмдар ижад иткәндә тормошҡа ашыра. Ольга Анатольевнаның уңған ҡулдары тирә-яҡтағы кешеләрҙе шатландыра. Быны уның күргәҙмәлә урынлаштырылған ҡул эштәре иҫбатлай: китапхана хеҙмәткәрҙәре тамашасыларға күрһәткән ваҡ материя киҫәктәренән яһалған эшләнмәләр, ҡурсаҡтар, япмалар, ҡулдан эшләнгән иҫ киткес сәхнә костюмдары был.

Ул көндө библиодефиле уҙҙы – газеталарҙан һәм сүп пакеттарынан яһалған матур күлдәктәр күрһәтелде. Үҙ фантазияларын китапханасылар Айгөл Байморатова һәм Альбина Мифтахова күрһәтте.

Был кистә үҙенең мауығыуы менән район газетаһы фотокорреспонденты Мансур Арыҫланов уртаҡлашты. Китапхана акцияһы сиктәрендә уның “Донъя объектив аша” виртуаль күргәҙмәһенең презентация-дебюты булды.

“Барыһы ла район газетаһы тураһында” тип аталған мауыҡтырғыс викторина уның тарихын белеүселәрҙе асыҡланы. Дөрөҫ яуаптар өсөн иң күп мәрәй йыйыусылар – Фәйрүзә Әхмәтйәнова, Нәркис Зәйҙуллин, Лилиә Ғабделхәбирова, Кифая Шәрәфлисламова район газетаһының иҫтәлекле бүләктәре менән билдәләнде.

Йылдың йылында китапханасылар үҙ уҡыусыларын тамашалар менән шатландыра. Әлеге кисәлә лә улар “Китапханала” тип исемләнгән тамаша тәҡдим итте.

Үҙ сиратында, кисә ҡунаҡтарына күңел асыу-уйын программаһында, мини һәм экспромт-театрҙарҙа ҡатнашып, актёрлыҡ оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеге бирелде. Байрам иҫтәлеккә күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.

Читайте нас: