+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
10 Июнь 2019, 19:33

Һөйөнөс һәм сәләмәтлек бүләк итә

Район мәғариф учреждениеларының педагогик коллективтары йыл һайын “Сәләмәтлек” спартакиадаһында әүҙем ҡатнаша.

Район мәғариф учреждениеларының педагогик коллективтары йыл һайын “Сәләмәтлек” спартакиадаһында әүҙем ҡатнаша. Был сара спортты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай, үҫеп килеүсе быуында сәләмәт тормошҡа хөрмәт тәрбиәләргә ярҙам итә.

Спартакиада – ысынлап та күләмле, сағыу бәйге. Унда ҡатнашҡан һәр кем үҙ тырышлығының һөҙөмтәләре өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Һөйөнөс, сәләмәтлек, уңыш байрамы ул. Уның агитация яғынан да әһәмиәте ҙур, сөнки педагогтар үҙҙәренең шәхси үрнәктәрендә физик активлыҡтың һәм еңеүгә ынтылыштың ҙур мөмкинлектәрен раҫлайҙар.

“Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған спартакиада барышында педагогтар үҙҙәренең спорт яратыуҙарын һәм файҙалы ялға өҫтөнлөк биреүҙәрен йәнә бер ҡат иҫбатланы. Бәйге мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район ойошмаһы һәм райондың физик культура һәм спорт бүлеге, мәғариф учреждениелары етәкселәре ҡат-нашлығында уҙҙы.

Ярыштарҙы ҡарарға һәм үҙ коллегаларына мораль ярҙам күрһәтергә бик күп тамашасылар йыйылған ине. Ярыш программаһына ГТО нормативтарын тапшырыу, өҫтәл теннисы, шахмат, шашка һәм волейбол уйыны инде. Өҫтәүенә, унда ҡатнашҡан һәр кемгә шәхси беренселектә лә үҙ көсөн һәм мөмкинлектәрен һынарға кәрәк ине.

Спартакиада йомғаҡтары буйынса беҙҙең Ҡаңны-Төркәй мәктәбе шахмат һәм шашка бәйгеләрендә команда зачётында икенсе урын алды. Шашка буйынса шәхси беренселектә мәктәп операторыбыҙ Эльфир Кашаповҡа тиңдәр булманы. Ул бер уйында ла отолманы. Сабир Ғабдрахманов – икенсе, Рәсимә Мөрсәлимова өсөнсө урынды яуланы. ГТО-ның 8 баҫҡыслы нормаларын тапшырыуҙа беренсе урынды Сәриә Бикмәева, туғыҙ баҫҡыслыһында Сәйетғәли Минияров яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, волейбол һәм өҫтәл теннисы уйындарында командабыҙ еңеүселәр рәтенә инә алманы. Әммә икенсе йылда был уйындарҙа еңеү яуларбыҙ, тип ышанам.

Спартакиадала ҡатнашыу һәр кем күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай саралар – коллективтың рухын нығытыу, уны тағы ла нығыраҡ берләштереү өсөн яҡшы мөмкинлек.

Читайте нас: