+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
21 Май 2019, 12:23

”Башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы итергә кәрәк“

АпрелдәӨфөлә ҙур тарихи ваҡиға – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I БөтәРәсәй съезы уҙҙы.

Апрелдә Өфөлә ҙур тарихи ваҡиға – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы. Республиканың 100 йыллығына бағышланған сара «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторолдо.
Съезда Башҡортостан Респуб-ликаһындағы һәм Рәсәй Феде-рацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған телдә алып барылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәға-риф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Баҡалы районының мәғариф бүлеге методика кабинеты мөдире В. Вәлиева, методист С. Заманова, Иҫке Ҡуян төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Ф. Закирова, Баҡалы 1-се мәктәбенән Т. Ғәлиуллинаға ошо мәртәбәле форумда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Йыйын тураһында тәьҫораттары менән Фәнзәлиә Камил ҡыҙы Закирова уртаҡлашты.
“Юҡҡа ғына “Белемлелек – яҡ-тылыҡ, наҙанлыҡ – ҡараңғылыҡ”, тип әйтмәйҙәр халыҡта. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы-тыусыларының яҙмышы ил, тел, халыҡ яҙмышы менән бер тамырға барып тоташа. Башҡортостандан ситтә йәшәп тә, башҡорт теленә тоғро ҡалған педагогтар ҙа саранан ситтә ҡалмаған. Улар быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса 36 дәреслектең федераль исемлеккә инеү шатлығы менән дә уртаҡлашты. Съезды асыу тантанаһында хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сифатында башлаған Баш-ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин сығыш яһаны, Учалы делегаты Фәнил Бүләков ҡатнашыусыларға шиғри күстәнәс бүләк итте. Йырсы Рәфис Сирусин «Сибай» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.
Тантаналы өлөштән һуң съезда ҡатнашыусылар, төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң белем усаҡтарына йүнәлде. Беҙҙе, башҡорт телен Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ өйрәтеүсе уҡытыусыларҙы, Мөхәммәт Исҡу-жин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында ихлас ҡаршы алдылар. Уҡыу йорто менән танышыу барышында бигерәк тә уҡыусыларҙың матур итеп башҡортса һаулыҡ һорашыуҙары һоҡландырҙы. Экскурсиянан тыш, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Төшкө аштан һуң «Башҡортостан Республикаһы милли мәғарифы үҫеше концепцияһы», «Рәсәй Фе-дерацияһында туған телдәрҙе уҡы-тыу концепцияһы»на инновацион проекттар әҙерләү буйынса форсайт-сессия булды.
Икенсе көн Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡыт-лыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың сығышы менән башланды. Съездың пленар өлөшөндә Радий Фәрит улы бер төр-көм хеҙмәт алдынғыларын маҡтаулы “Башҡортостан Республикаһының атҡа-ҙанған уҡытыусыһы” исеме менән бүләкләне. Артабан съезд эше һигеҙ дискуссия майҙансығында дауам итте. Беҙ «Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөн-гөһө һәм киләсәге» тигән тематик майҙансыҡта белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыуға шарттар тыуҙырыу, яңы уҡытыу-методик саралар менән тәьмин итеү, уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә мотивацияһын үҫтереү, туған телде һайлау буйынса ата-әсәләр менән эште ойоштороу буйынса фекер алыштыҡ һәм тәҡдимдәребеҙҙе индерҙек.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы эшен йомғаҡлау тантана-һында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты. Съезд делегаттары майҙансыҡтарҙа ҡабул ителгән тәҡдимдәрҙе еткерҙе. “Бөгөн беҙҙең алда башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы итеү бурысы тора. Шулай уҡ, телде өйрәнеүҙең яңы методикаһын булдырайыҡ, балаларыбыҙҙы баш-ҡортсаға өйрәтәйек. Һеҙ ҡурҡмағыҙ, беҙ бергә!“ – Радий Фәрит улының был һүҙҙәре көслө алҡыштарға күмелде.
Съезда ҡатнашыу мине рухландырҙы, бер нисә баҫҡысҡа юғары күтәрҙе, яңынын-яңы үрҙәргә ҡанатландырҙы. Туған тел – ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған һәм беҙ киләсәк быуынға тапшырырға тейешле рухи ҡомартҡы икәненә тағы бер ҡат инандым. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ошо изге бурысты тулыһынса атҡарыу өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тейешбеҙ“.
Читайте нас: