Республиканың 100 йыллы ғына арналған сара «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Съезда Башҡортостан Республикаһын-дағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; туған тел уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы (бүлектәре) белгес-тәре һәм методистары; юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Съезда ҡатнашыусылар Баш-ҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә; Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы-на тәҡдимдәр индерергә тейеш.
Вице-премьер Ленара Иванова рәйеслегендәге ойоштороу комитеты составына Хөкүмәт, Дәүләт Йыйылышы, Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайы, дәүләт сауҙа һәм ҡулланыусылар хо-ҡуғын яҡлау комитеты, республика Фәндәр академияһы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө хакимиәте, Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре инде.