+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Март 2019, 14:25

һөнәргә тоғролоҡ

Уҡытыусы – иң ҡатмарлы, иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе.

Уҡытыусы – иң ҡатмарлы, иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Балаларҙы уҡытыу өсөн

белемле, киң эрудициялы, түҙем, эшһөйәр, яҡшы психолог та, талант эйәһе лә, фантазияға бай ҙа булыу мөһим. Юҡҡа ғына ысын уҡытыусыны шәм менән тиңләмәйҙәр. Уларға үҙҙәренең осҡоно менән меңәрләгән башҡа йөрәктәрҙе тоҡандырып ебәреү мөмкинлеге бирелгән. Был сифаттарҙың барыһы ла Языков урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Шоматбаевала тупланған.

Языков мәктәбендә 26 йыл балаларға белем һәм тәрбиә биргән мәҡәләбеҙ геройы Шаран районы ҡыҙы Гөлнара Шоматбаева уҡытыусы һөнәрен һайлауына һис тә үкенмәй: “ Элек-электән уҡытыусы, табип һөнәрҙәре иң абруйлы, тип һаналды. Һәм был һөнәрҙәрҙе һайлаусылар бик күп. Уҡытыусы һөнәрен һайлау башҡалар артынан эйәреү булманы, ә күптәнге хыялымды тормошҡа ашырыу ине. Сөнки башланғыс кластар уҡытыусыһы буласағымды бала саҡтан уҡ белдем. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, бер икеләнеүһеҙ Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға индем. Уны уңышлы тамамлағандан алып Языков мәктәбендә эшләйем.

Бөгөн дә уҡытыусы һөнәрен башҡа бер һөнәргә лә алыштырмаҫ инем. Сөнки яратҡан эшеңә килеү, уҡыусыларҙың һиңә ҡыҙыҡһынып, текләп ултырған күҙҙәренә ҡарап дәрес аңлатыу, улар менән аралашыу, арҡаларынан һөйөп алыу – минең өсөн үҙе бер бәхет ул.

Эшемде, балаларҙы яратам, уларҙың һәр бер уңышына шатланам. Бына бер нисә айҙан миңә класымды сығарырға кәрәк. 4 йыл эсендә балаларға шул хәтлем өйрәнәһең, уларҙан айырылғы килмәй. Класымдағы балалар бик әүҙем, аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан. Китап уҡырға яраталар, музыка, бейеү сәнғәте менән шөғөлләнәләр, спортты үҙ итәләр. Төрлө акциялар-ҙа, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Күп-тән түгел уҡыусым Дарья Сытая урыҫ теленән район олимпиадаһын-да еңеүсе булды”.

– Балаларҙың һөйөүен нисек яуланығыҙ? – тигән һорауға Гөлнара Вәзир ҡыҙы: “Башланғыс класс балалары менән эшләү, уларҙың һөйөүен яулау ауыр түгел. Уҡытыусының һәр һүҙе уларға закон. Тик шул һөйөүҙе тота белеү, ысҡындырмау зарур. Улар менән яҡшы мөғәмәлә булырға, балаларҙы аңларға тырышырға кәрәк. Шунда уҡ сабыйҙар эс серҙәре менән уртаҡлашһа, хәлдәрен һөйләһә, уларҙы ихлас тыңлап, кәңәш биреү – уҡыусылар менән араларҙы яҡынайта. Дәрес тамамланғас уҡ кабинетыңды бикләп ҡайтып китеп, балаларҙың һөйөүен яулап булмай”, – тине.

Ысын һөнәр оҫталары бер-ике йылда ғына яралмай. Оҫталыҡ һөнәргә тоғролоҡтан килә. Бының өсөн күп йылдар, хатта ғүмер буйына һөнәреңә тоғро ҡалып, шул йүнәлештә тырышып эшләргә кәрәк. Был юҫыҡта, Шоматбаева Гөлнара Вәзир ҡыҙы күптәргә өлгө булып тора.

Читайте нас: