+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
29 Март 2019, 14:19

Беҙ менәсәк фәндәр тауы бик бейек һәм бик текә...

Район мәктәптәренең башҡорт һәм татар туған телдәрен өйрәнеүсе уҡыусылары араһында Кесе Фәндәр академияһы сиктәрендә эҙләнеү эштәрен яҡлау буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Район мәктәптәренең башҡорт һәм татар туған телдәрен өйрәнеүсе уҡыусылары араһында Кесе Фәндәр академияһы сиктәрендә эҙләнеү эштәрен яҡлау буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Урта һәм төп дөйөм белем биреү мәктәптәренән килгән уҡыусылар данлыҡлы юбилярҙарыбыҙ Мостай Кәрим һәм Ризаитдин Фәхретдинов, театр, туған тел, китапханасылар, тыуған яҡ шишмәләре, хаттар һәм башҡа шундай темаларға мөрәжәғәт итте. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа фәнни эштәр структура яғынан талаптарға ярашлы башҡарыла, презентация менән оҙатыла. Был юлы ла шулай булды. Уҡыусыларҙың күпселеге эштең тезистарын яттан һөйләүе менән ҡыуандырҙы. Балалар эш барышында видеоматериалдар, буклеттар, дискылар әҙерләгән. Сығыштарҙа шиғырҙар, йырҙар ҙа урынлы яңғыраны.

Муниципаль этапта 1-се урынды Баҡалы 1-се мәктәбенән 8-се класс уҡыусылары Вәлиева Айгөл һәм Хөснөтдинова Әлиә яуланы (уҡытыусылары – Ғ. Ғәзизова). 2-се урынды Иҫке Маты мәктәбенең
10-сы класс уҡыусыһы Плеханов Марсель (уҡытыусыһы Г. Вәлиева) һәм 6-сы класс уҡыусыһы Сәмиғуллина Алинда (Иҫке Ҡуян мәктәбе, Ф. Закирова) бүлеште, ә 3-сө урынға 6-сы класс уҡыусыһы Сафина Даринаның эше лайыҡ тип табылды (Иҫке Әзмей мәктәбе,
Г. Трофимова). Еңеүселәргә һәм әүҙем ҡатнашыусыларға район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Район намыҫын баш ҡалабыҙ Өфөлә яҡлаясаҡ А.Вәлиева менән Ә.Хөснөтдиноваға уңыштар теләге килә. Кескәй еңеүҙәре ҙур үрҙәргә этәргес булһын.

Читайте нас: