+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
20 Февраль 2019, 19:34

Тел белгән халыҡты ла белгән

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмәһенең сираттағы семинары Ҡуштирәк урта мәктәбендә үтте.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмәһенең сираттағы семинары Ҡуштирәк урта мәктәбендә үтте. Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар һәм мәктәп администрацияһы тәбрикләү сәләме менән йылы ҡаршыланы.

Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Кашапова – юғары категориялы тәжрибәле уҡытыусы. Һөнәре буйынса тарихсы булһа ла, 2006-2007 йылда Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында йыллыҡ курстарҙы тамамлағандан һуң, ошо мәктәптә дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡыта башлай. Эш дәүерендә ижади, талапсан, эшһөйәр уҡытыусы булып таныла. Район олимпиадаһында йыл һайын тиерлек уҡыусылары призлы урындар ала, ныҡлы әҙерлектәре менән айырылып тора. Йыш ҡына республика этабында ла район намыҫын яҡлайҙар. Ижади конкурстарҙа ла һынатмай улар. Уҡытыусы үҙе лә
район, республика “Йыл уҡытыу-сыһы” конкурсында, күп төрлө һөнәр бәйгеләрендә һынатманы, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Мәктәп директоры Сафа Ғатин да коллегаһының эшен тик ыңғай яҡтан ғына баһалай.

Ләйсән Айрат ҡыҙы – заман менән бергә атлаусы уҡытыусы, ул һәр ваҡыт яңы методик әҙәбиәт, заманса технологиялар менән танышып бара. Семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн Л. Кашапова 9-сы класта “Башҡортостан мәҙәниәте” темаһына асыҡ дәрестә тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү алымдарын уҡыусыларҙың республика мәҙәниәте буйынса белемдәрен һәм таланттарын күрһәтеү менән яраштырып ҡулланды. Бер дәрестә генә был теманың бөтә аспекттарын асыҡлап бөтөп булмай, әлбиттә. Әммә уҡытыусы етәкселегендә уҡыусылар Башҡортостан мәҙәниәте буйынса төплө белемен күрһәтте, электрон дәреслек ҡулланып, яңы мәғлүмәттәргә эйә булды, әҙәбиәт теорияһын да байҡаны, йырлы-бейеүле уйын да башҡарҙы (унда уҡытыусы үҙе лә ҡатнашты). Был класта оҫта бейеүсе ҡыҙҙар ҙа, йырға маһир егеттәр ҙә булыуы ҡыуандырҙы. Район фестивалендә Гран-при яулаған аталы-уллы Шакировтар башҡорт телендә башҡарған “Тыуған ауылым” йыры күңелдәргә үтеп инде.

Ҡуштирәктә тыуып үҫеп, Баш-ҡортостандың халыҡ артисы дәрә-жәһенә күтәрелгән “Нур” театры йондоҙо Гөлназ Мөхәмәҙиеваның яҡташтарының шулай талантлы булыуы ғәжәп тә түгелдер... Әйткәндәй, Г. Мөхәмәҙиева ҡат-нашлығында төшөрөлгән фильмдан өҙөк тә дәрестең тәрбиәүи әһәмиәтен арттырҙы. Материалын презентация оҙата барҙы. Һәр башҡарылған эш төрөнә һығымта яһай барыу балаларҙың белемен нығытыуға булышлыҡ итте.

Уҡыу кабинеттарына, мәктәп музейына экскурсиянан һуң, Ләйсән Айрат ҡыҙы ҡунаҡтарҙы оҫталыҡ дәресенә саҡырҙы. Уның етәкселегендә педагогтар, “Алты эшләпә” алымын ҡулланып, бирелгән тема тураһында һөйләшеү алып барҙы, ул хатта ҡыҙыу әхлаҡи-фәлсәфәүи әңгәмәгә әүерелде. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән темаға ҡарата матур һәм фәһемле фекерҙәр әйтелде. Оҫталыҡ дәресе өлкән синыф уҡыусылары өсөн класс сәғәтенә әҙер материал булып та хеҙмәт итерлек, уларҙы уйландырырлыҡ тема булды.

Дәрескә һәм оҫталыҡ класына ентекле анализ яһалды. Сығыш яһаусы уҡытыусылар, методист С. Заманова, РМБ етәксеһе Т. Ғәлиуллина Ләйсән Айрат ҡыҙына артабан да башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата уҡыусыларҙа арымай-талмай ихтирам һәм һөйөү уятыуҙа уңыштар теләне, хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Асыҡ йөҙ, тәмле аш-һыуҙары менән ҡаршылап оҙатҡан, күркәм эштәре менән һәр ваҡыт ҡыуандырып торған мәктәп коллективына һәм администрацияһына оло рәхмәттәрен еткерҙе.

Тел белгән – ил белгән, ти халыҡ әйтеме. Тел белгән халыҡты ла белгән, тип өҫтәһәң дә артыҡ булмаҫтыр, моғайын. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел икәнлеген белемле, аҡыллы кешеләргә аңлатыуҙың кәрәге лә юҡтыр. Ә балаларыбыҙға-киләсәгебеҙгә шуны төшөндөрөргә кәрәк. Башҡорт һәм татар телдәрен белгәндәргә тәржемәсе лә кәрәкмәй. Әммә республикабыҙға исем биргән башҡорт халҡының теле уның төп йәшәү урыны булған Башҡортостанда һәр яҡлап хуплауға лайыҡ һәм өйрәнелергә тейештер. Ана шул хәҡиҡәтте аңлап эш итәләр Ҡуштирәк мәктәбендә тигән уйҙар менән таралышты райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары был матур төбәктән.

Читайте нас: