+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
20 Февраль 2019, 19:36

Эш күрһәткән ирҙе ил онотмаҫ

Ҡатай урта мәктәбендә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, бер нисә быуын ҡатайлыларға тәрбиә һәм белем биреүҙә 40 йыл буйына арымай-талмай хеҙмәт иткән Рауил Дәүләтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу сараһы уҙҙы.

Ҡатай урта мәктәбендә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогик хеҙмәт ветераны, бер нисә быуын ҡатайлыларға тәрбиә һәм белем биреүҙә 40 йыл буйына арымай-талмай хеҙмәт иткән Рауил Дәүләтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу сараһы уҙҙы.

Рауил Ислам улы 1931 йылда Саҡмағош районының Тоҙлоҡуш ауылында тыуған. 1939 йылда әсәһе вафат була. 1943 йылда атаһы Бөйөк Ватан һуғышына алынғас, Рауил кескәй туғандары менән Ауырғазылағы Толбазы балалар йортонда тәрбиәләнә.

Юғары белемле егет хеҙмәт юлын 1955 йылда Ауырғазы мәғариф бүлеге инспекторы сифатында башлай, өйләнә. Дүрт йылдан һуң Мәғариф министрлығы йүнәлтмәһе буйынса Дәүләтовтарҙың йәш ғаиләһе Баҡалы районына ебәрелә. Ғаилә башлығын Ҡатай ете йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. 1961-1962 йылдарҙа Р. Дәүләтов мәғариф бүлеген етәкләй. Инде үҙ итеп өлгөргән Ҡатай мәктәбенә ҡайтҡас, йәш директор мәктәптең яңы бинаһын булдырыу, урта мәктәп асыу тураһында хыяллана. Күп ҡаршылыҡтарҙы еңеп, 1973 йылда маҡсатына ирешә. Юғары белемле кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итә. Оҫта аккордеонсы булараҡ, уҡыусыларҙың музыкаль һәләттәрен асыуға ҙур тырышлыҡ һала. Хореография түңәрәген ойоштора. Мәктәптә тынлы оркестр барлыҡҡа килә. Ағас һәм металл эшкәртеү буйынса уҡыу оҫтаханалары балаларҙы тормошҡа әҙерләүҙә ҙур роль уйнай. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, уҡыусыларының ирешкән уңыштары һөйөндөрә. Шул осор уҡыусылары араһында бөгөн фән кандидаттары, докторҙары дә-рәжәһенә ирешеүселәрҙең булыуы – мәктәп, ауыл өсөн ғорурлыҡ.

Рауил Ислам улының тормош иптәше, мәктәптә 40 йыл буйына балаларҙа рус теле һәм әҙәбиәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән хөрмәтле уҡытыусы Рәйсә Ғәҙи ҡыҙы ла ихтирамлы шәхес, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Үрнәкле ғаилә 60 йыл бергә үткән һоҡланғыс тормош юлы өсөн 2017 йылда “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләтовтарҙың балалары ла тормошта үҙ урындарын тапты: ҡыҙҙары Гүзәл Рауил ҡыҙы – уҡытыусы, хәҙер хаҡлы ялда, Илдар Рауил ул – БР Юғары судында судъя, Ринат Рауил улы – райондың Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә директор. Барыһы ла матур ғаилә ҡороп йәшәй.

Тантаналы сараға район Хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ф. Хәйбрахманов, район Советы сәркәтибе З. Зыязетдинов, мәға-
риф бүлеге начальнигы Л. Ғәлиева, райондың ветерандар Советы рәйесе З. Солтанова, мәғариф бүлегенең элекке начальнигы, педагогик хеҙмәт ветераны Р.Хисамиев, педагогик хеҙмәт ветерандары, сығарылыш уҡыусылары, ауылдаштар килде.

Сараны ауыл биләмәһе башлығы Ғ. Ғәлиев асты. Ул инициатив төркөмдөң эшен юғары баһаланы, бөгөнгө сараға әҙерлек барышы тураһында һөйләне.

Ф. Хәйбрахманов район башлығы А. Андреевтың сәләмен һәм эште башҡарыусыларға рәхмәтен еткерҙе. Уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп: ”Ҡатайҙың билдәле шәхестәре күп. Йәштәребеҙ шул быуындың хеҙмәтен онотмаһын ине. Ауыр ваҡыттар булһа ла, улар дөйөм эш, яҡшы тормош өсөн тырышҡан. Балалар, һеҙ ҙә яҡшы уҡығыҙ, изге йолаларҙы дауам итегеҙ. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын,” – тине.

Р. Дәүләтовтың исемен мәңге-ләштереүҙе тормошҡа ашырыусы инициатив төркөм етәксеһе, мәктәптең 2-се сығарылыш уҡыусыһы Р. Нәбиев халыҡтан ҡултамғалар йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарҙан З. Әхмәтханов һәм Ф. Ахунова, Р. Шакирова, В. Хафизова, Ф. Авзалова, Ф. Харисоваларҙы атап үтте. ”Остазыма рәхмәтемде ошо эштә ҡатнашыуым менән белдерәм. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү идеяһын хуплап, республика комиссияһы алдында яҡлағаны өсөн район хакимиәте башлығы А. Андреевҡа рәхмәт,“ – тип һүҙен йомғаҡланы.

Килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла Р. Дәүләтовтың лайыҡлы шәхес булыуы тураһында һөйләне, иҫтәлектәре менән ур-таҡлашты, ошо изге эш өсөн район Хакимиәтенә, бурысты лайыҡлы атҡарып сыҡҡан инициатив төркөм ағзаларына рәхмәт әйтте.

Уҡыусылар әҙәби-музыкаль монтаж әҙерләгәйне. Матур йырҙар, эстәлекле шиғырҙар ҡунаҡтарға оҡшаны.

Был көндө иң тулҡынланғаны Рауил Ислам улының балалары булғандыр. Улар исеменән Илдар Рауил улы сығыш яһаны. Ошо эштә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтен белдерҙе. Үҙен уҡытҡан уҡытыусыларҙы исемләп һанап, төплө белем биргәндәре өсөн уларға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тойғоларын еткерҙе.

Р. Дәүләтовтың тормош юлдашы Рәйсә Ғәҙи ҡыҙы бергә үткән ғүмер миҙгелдәренән хәтирәләре менән уртаҡлашты. Рауил Ислам улының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн рәхмәт әйтте. ”Мин бик бәхетле!” – тип һүҙен тамамланы Р. Дәүләтова.

Мемориаль таҡтаташты уҡытыусылар Д. Ғәлин һәм Г. Мәһийәнова асты. Уның эргәһе тиҙ арала аллы-гөллө тере сәскәләргә күмелде.

Артабан йылы һәм ихлас әңгәмә сәй табыны артында дауам итте. Уҡытыусылар әҙерләгән концерт уны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Ауыл мәҙәниәт йорто директоры Эльвина Ситдиҡова башҡарған башҡорт бейеүе концерттың матур биҙәге булды. Сараның сценарийын Р. Хөснөтдинова төҙөгәйне. Хөрмәтле остазы иҫтәлеген мәңгеләштереү тантанаһының матур үтеүендә мәк-тәп директоры В. Нурисламовтың да өлөшө ҙур булды.

Эйе, эш күрһәткән ирҙе ил онотмаҫ, тигәндәй, Рауил Ислам улы тураһында иҫтәлектәр ҙә киләһе быуындар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.

Был битте Лениза Ғабдуллина әҙерләне.
Читайте нас: