+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
мәғариф
31 Ғинуар 2019, 18:29

Туған теле барҙың – туған рухы бар

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте.

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле – халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.

Ошо байрамға арнап, районыбыҙҙың Өйҙрәкбаш урта мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы Эльза Бәшәрова “Әсәм теле – сәсән теле” тигән асыҡ дәрес үткәрҙе. Дәрес шағир-мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы менән танышыуҙан башланды. Артабан уҡыусылар күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләне, тел тураһында йырҙар яңғыраны.

“Башҡорт телен беләһеңме?” исемле уйын-викторина ла бик мауыҡтырғыс булды. Дәрес аҙағында Эльза Мәжит ҡыҙы туған телебеҙҙең бөйөклөгө, мөһимлеге тураһында сығыш яһап, уны хөрмәт итергә, һаҡларға, яҡларға саҡырҙы.

Форсаттан файҙаланып, Өйҙрәк-баш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Э. Бәшәрова тураһында ла бер-нисә һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр. Сөнки уҡытыусы эше күп көс талап итә. Эльза Мәжит ҡыҙы башҡорт телен 2004 йылдан бирле уҡыта. Уның уҡыусылары төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа күп тапҡыр еңеүсе булған. Мәктәптә театр түңәрәге лә ойошторған (ул беренсе һөнәре буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәре). Юғары категориялы уҡытыусы йәмәғәт эш-тәрен дә алып бара: ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, класс етәкселәре методик берләшмәһе етәксеһе.

Ул үҙе тураһында: “Мин, уҡытыусы булараҡ, бөтә көсөмдө биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларымдың кү-ңеленә һеңдерергә тырышам, ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтәм. Уның ижад емеше лә йылдар аша билдәләнә. Ваҡыт үтеү менән шуныһы ҡыуандыра: минең күп уҡыусыларым төрлө мәктәп һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнаша. Күп кенә уҡыусыларым үҙ теләктәре менән башҡорт телендә сыҡҡан «Аманат» журналына, “Йәншишмә” гәзитенә яҙылып, уларҙы ҡыҙыҡһынып уҡый. Һәр уҡыусым яҡшы билдәләренә генә өлгәшергә тырыша, сөнки башҡорт телен икенсе предметтар менән бер итеп ҡуя һәм яуаплы ҡарай. Телгә ҡыҙыҡһыныу минең дәрестәремдә артҡандан арта бара. Киләсәктә улар туған башҡорт телен ихтирам иткән, яратҡан кешеләр рәтендә булырҙар, тип ышынам”, – ти.

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.

Читайте нас: